Йомағужа ауыл моделле китапханаһының баш китапханасыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, БР мәҙәниәт учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре (2016 йыл), “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” республика конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт» номинацияһында еңеүсе (2018 йыл), РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар һәм З.Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, район гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе... Быларҙың барыһы ла гәзитебеҙ ҡунағы – Йомағужа ауылында йәшәүсе Зәйтүнә Рауил ҡыҙы Әбдрәшитованың күп ҡырлы эшмәкәрлегенең сағылышы, яулаған үрҙәре, хеҙмәт емештәре... Мәҙәниәт өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы, райондың мәҙәни, ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район, республика, Рәсәй кимәлендәге бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары алыуы ла уның тырыш хеҙмәткәр, әүҙем йәмәғәтсе икәнлеген раҫлай.
Зәйтүнә Рауил ҡыҙы “Юмагузино. История в делах и судьбах”, “Земля талантов и традиций”, “Прикосновение к истории” исемле китаптар, “Башҡорт шәжәрәләре - тарих ҡомартҡылары” брошюраһы, “Йомағужа. Урамдар һеҙгә һөйләр...”, “Башҡорт донъяһы”, “Мораҙым - тартылыу урыны” һәм башҡа альбом-белешмәләре авторы ла.
2000 йылда эшсе төркөм составында “Күгәрсен районы: дәүерҙәр һәм яҙмыштар” китабын, 2015 йылда редколлегия составында Күгәрсен районы тураһындағы ике китапты, шулай уҡ “Деловой мир Башкортостана” нәшриәтенең “Быуындарҙың тере хәтере. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына” китабын баҫтырыуға әҙерләүҙә ҡатнаша..
Әйткәндәй, шағирҙар әйтмешләй, тормош үҙе уға яңыраҡ ике “бишле” ҡуйҙы.