Осрашыу йәнле әңгәмә рәүешендә үтте. Уҡыусылар ҡунаҡты иғтибар менән тыңланы һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ғәли Ильяс улы иһә үҫмерҙәргә яҡшы уҡырға һәм спорт менән шөғөлләнергә, үҙҙәрендә көслө характер тәәрбиәләргә, маҡсат ҡуйыу һәм уға өлгәшеү оҫталығын үҫтерергә кәңәш бирҙе, үҙенең хәрби хеҙмәте, яра алыуы, наградалары, яу юлында күргән-кисергәндәре хаҡында бәйән итте.
Осрашыу аҙағында Ғәли Ильяс улы уҡыусылар менән шашка һәм шахмат буйынса бер нисә партия уйын уйнаны.