Ошо көндәрҙә Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында “Башҡорт ғаиләһе - ил терәге” исемле конкурс ойошторолдо. Башҡорт ғаиләһе көнө һәм республикала иғлан ителгән “Ҙур һәм татыу ғаилә йылы” уңайынан ойошторолған сарала күп балалы Килсенбаевтар, Сәғитовтар, Сәйфетдиновтар ғаиләләре ҡатнашты.
Сараны ойоштороп, алыу барыусы башҡорт теле уҡытыусыһы Нәзирә Ишкилдина әйтеүенсә, Килсенбаевтар ғаиләһендә 3 бала - Зарина, Тимур, Әминә, Сәғитовтар ғаиләһендә 4 бала - Рәмил, Зәлиә, Йәмил, Ильяс, Сәйфетдиновтар ғаиләһендә 4 бала - Самат, Тимур, Марат, Сабина тәрбиәләнә.
Балалар әсәләре менән бергә башҡорт мәҡәлдәрен йыйып, Башҡортостан флагын төҙөнө, үҙҙәренең ғаилә девизы һәм әҙерләнгән видео-презентациялары менән таныштырҙы, кубиктарҙан өй төҙөп, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш икәнлеген һүрәтләнеләр, башҡорт орнаменты менән билбау биҙәнеләр, әсәләр балаларына булған һөйөү һүҙҙәренән “Татлы кәрәҙ” төҙөнө.
Балаларҙың сығыштарын район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов һәм моделләштерелгән үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Светлана Халиҡова баһаланы.
Бала күңеле уңдырышлы ҡара тупраҡ менән бер - ни сәсһәң, шул үҫеп сығыр, тиҙәр. Балаларын рухлы итеп үҫтереүгә ҙур көс һалған ата-әсәләргә һәм "Шишмәкәй" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә "афарин!" тиергә генә ҡала!