Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март , 16:24

РАМАҘАН АЙЫНЫҢ ИКЕНСЕ УН КӨНЛӨГӨ

РАМАҘАН АЙЫНЫҢ ИКЕНСЕ УН КӨНЛӨГӨ - гонаһтар ярлыҡанып, тәүбәләр ҡабул ителә торған көндәр. Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһтың ярлыҡауына мохтаҗ, сөнки хаталанмаган һәм ниндәй ҙә булһа гонаһ ҡылмаған кеше юҡ.

Хәҙистәрҙең береһендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғ.с.м. әйтә:
“Әҙәм балаларының барыһы л хаталана, ә хаталаныусыларҙың иң хәйерлеһе – тәүбә итә торғаны”.

Тәүбә итеү һәр ваҡыт  бик ҙур ғибәҙәттәрҙән һанала, әммә изге Рамаҙан айының икенсе ун көнлөгө тәүбә-истиғфар өсөн махсус вакыт буларак тәғәйенләнә. Шуға күрә ошо көндәрҙә ураҙа тотоусы мөсолмандар гонаһтарын, бәндәселек менән ҡылған хаталарын ғәфү итеүен һорап, Аллаһы Тәғәләғә мөмкин ҡәҙәр йышыраҡ мөрәжәғәт итергә тейеш.

Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк: Аллаһтан ярлыкау-кисереүҙе һорауҙан тыш, үпкәләтелгән кешеләрҙеңн дә ғәфү итеүе бик мөһим.

 Үҙ-ара үпкәләшеүгә сәбәптәр бик күп булырға мөмкин. Шулай ук кеше Аллаһы ҡушҡанды үтәмәйсә йәки тыйылғанды эшләп гонаһ ҡылырға мөмкин.
 Шуға күрә хаталарҙан, гонаһтарҙан үкенеү, Аллаһы Тәғәлә ҡаршында да, кешеләр алдында да ғәфү үтенеү – мосолмандар өсөн бик кәрәкле ғәмәлдәрҙән һанала. Әлеге ғәмәл “тәүбә-истиғфар” тип атала. Тәүбә-истиғфар ҡылыр өсөн, ғәҙәттә, ике рәҡәғәт тәүбә намаҙы уҡыла, һуңынан ике ҡулды устары менән өҫкә ҡаратып ошо доға уҡыла:

ӘСТӘГЪФИРУЛЛАҺӘ, ӘСТӘГЪФИРУЛЛАҺӘ, ӘСТӘГЪФИРУЛЛАҺӘ ТӘГӘӘЛӘӘ МИН КҮЛЛИ ЗӘНБИН ӘЗНӘБТҮҺҮ ГӘМДӘН ӘҮ ХАТА-ӘН СИРРАН ӘҮ ГӘЛӘӘНИЙӘҺ... ҮӘ ӘТУУБИ ИЛӘЙҺИ МИНӘЗЗӘМБИЛЛӘЗИИ ӘГЛӘМҮ ҮӘ МИНӘЗЗӘМБИЛЛӘЗИИ ЛӘӘ ӘГЛӘМ. ИННӘКӘ ӘНТӘ ГӘЛЛӘӘМҮЛ ГУЙЙҮҮБ(Е)...

Мәгънәсе: “Гафу үтенәм Аллаһтан, гафу үтенәм Аллаһтан, гафу үтенәм бөек Аллаһтан һәрбер гөнаһтан – кылган булсам аны белә торып яки хаталанып, яшерен яки белдереп. Һәм тәүбә китерәм (Аллаһка) шул гөнаһтан, кайсысын мин беләм, шулай ук тәүбә кылам шул гөнаһтан, кайсысын мин белмим. Чыннан да Син яшерен нәрсәләрне дә белүче!..”.

 

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас