Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март , 15:40

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Уҙған ялда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын рәсми асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Унда беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнашты.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Стәрлетамаҡта үткән мәртәбәле сарала Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Миңғәли улы Сәйетбатталов һәм Бикбулат ауылының күркәм ғаиләләренең береһе – Фәттәховтар ҡатнашты. Әйткәндәй,  Фәттәховтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсының Күмертау ҡалаһында үткән зональ этабында "Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре" номинацияһында икенсе урын алғайны.

 

Сараның тәүге өлөшөндә “Башҡорт ғаиләһе йылында Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре” тигән темаға киң фекер алышыу ойошторолдо. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, республиканың район-ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, әүҙемселәре, 2021 – 2025 йылдарҙа “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңгәндәр ҡатнашты.

Гран-при – Мәрүәйевтар ғаиләһе (Ғафури районы).

 

“Ғаилә ижады” номинацияһы
1-се урын – Әбүбәкеровтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
2-се урын – Хәлитовтар ғаиләһе, Федоровка районы
3-сө урын – Байтимеровтар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Ленин районы

 

“Ғаилә кәсебе” номинацияһы
1-се урын – Вәхитовтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
2-се урын – Фәхретдиновтар ғаиләһе, Ғафури районы
3-сө урын – Мөсәлимовтар ғаиләһе, Белорет районы

 

“Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһы
1-се урын – Басировтар ғаиләһе, Салауат районы
2-се урын – Аҡыловтар ғаиләһе, Көйөргәҙе районы
3-сө урын – Аҙнағоловта ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Совет районы

 

Махсус номинацияларҙа билдәләнеүселәр:

 

  1. “Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе” – Хисмәтуллиндар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Киров районы
    2. “Күп балалы башҡорт ғаиләһе” – Фәхрийәновтар ғаиләһе, Бөрйән районы
    3. “Йәш ғаилә” – Харасовтар ғаиләһе, Октябрьский ҡалаһы
    4. “Донъясыл ғаилә” – Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһе, ХМАО-Югра, Сургут ҡалаһы
    Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы..
Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас