Вазала еләк-емеш оҙағыраҡ боҙолмай торһон өсөн, янына 1 лимон ҡуйығыҙ.
Ит яҡшы ҡыҙһын өсөн, ҡайнар майға аҙ ғына һыу һибәләр.
Аҡ икмәк менән ҡараһын бергә һаҡларға ярамай. Икеһенең дә тәме үҙгәрә.
Ҡырғыста ҡырылған сей бәрәңгегә, ҡараймаһын өсөн, шундуҡ аҙ ғына һөт өҫтәргә кәрәк.
Лавр япрағын ашта ҡалдырмағыҙ, ул һурпаға әсе тәм бирә.
Ҡаты тәңкәле балыҡты 15-30 секундҡа ҡайнар һыуға һалып алһағыҙ, еңелерәк таҙарыр.
Аҡ май ҡыҙҙырғанда ҡараймаһын өсөн, табаны үҫемлек майы менән майлағыҙ.