Әлеге көндә күптәр махсус хәрби операцияла булған яугирҙарға ихлас күңелдән ярҙам итә. Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмай, ҡулдан килгән тиклем ярҙам ҡулын һуҙа.
Ошо көндәрҙә Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһе депутаты Рафиҡова Гөлфара Салауат ҡыҙы "Вагран" позывнойлы яугирға адреслы ярҙам күрһәтте: “Нива” машинаһына яңы ҡышҡы тәгәрмәстәр комплекты ебәрҙе.
Гөлфара - Ибраһим ауылы ҡыҙы, Шәүрә Зәкәриә ҡыҙы менән Салауат Ташбулат улы Йосопбаевтарҙың алты балалы ғаиләһендә донъяға килгән. Илгиз Рафиҡов менән сәстәрен-сәскә бәйләп, 2003 йылда Түбәнге Бикҡужа ауылына килен булып төшә. Рафиҡовтар өс балаға - Ләйсән менән Айгизәгә, Ишморатҡа ғүмер бирә.
Гөлфара 2003 йылдан алып 2017 йылға тиклем мәктәптә эшләй: тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәренән балалаға белем бирә, бер осор директор урынбаҫары, директор вазифаларын да башҡара. 2017 йылда Түбәнге Бикҡужа мәктәбе ябылғас, Семен-Петровский, аҙаҡ Воскресенск мәктәптәренә йөрөп эшләй. Бер аҙҙан уны Йомағужа балалар йортона – “Самрау” етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар өсөн дәүләт учреждениеһы, ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәгенә эшкә саҡыралар.
Әлеге көндә тәрбиәсе булып эшләй Гөлфара. Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙенеке һымаҡ күреп, бар күңел йылыһын бирә ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлфараның тормош иптәше Илгиз баҡыйлыҡҡа бик иртә күсте.Был ауыр һынауҙы сабыр күтәрҙе Гөлфара, һынмай-бөгөлмәй, балаларына терәк булып тора.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүселәрҙең һәр ҡайһыһына оло рәхмәт!