Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март , 11:03

Мәрхүмдәр беҙҙән доға көтә

Баҡыйлыҡҡа күскәндәр доғаға ныҡ мохтаж. Уларҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уҡып торһа, айырыуса файҙалы, әһәмиәтле (был турала хәҙистәрҙә әйтелә).

Мәрхүмдәрҙең гонаһтары ярлыҡаныуын, яҡшы, изге ғәмәлдәре, ғибәҙәттәре сауап алыуын һорау бик мөһим. Был үтенестәрҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһә, баҡыйлыҡҡа күскән кешенең урыны йәннәттә булырына ышаныс арта.

Мәрхүмдәр өсөн тағы ниҙәр теләргә мөмкин? Миҫалға ошондай теләктәрҙе килтерергә була:

* Йә Аллаһ! Баҡыйлыҡҡа күскән ғәзиз әсәйем (атайым, олатайым, өләсәйем, туғаным) фәлән ҡыҙының (улының) рухын тыныс ҡылһаң ине.

* Йә Аллаһ! Баҡыйлыҡҡа күскән ғәзиз әсәйем (атайым, олатайым, өләсәйем, туғаным) фәлән ҡыҙына ҡарата мәрхәмәтле булһың ине.

* Йә Раббым! Фәлән ҡыҙы (улы) фәләнде ҡәбер фетнәһенән имен ҡылып, ҡәбер һынауын еңел үтеүен насип итһәң ине.

* Ихлас иманлы мосолмандар һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, уның сәхәбәләре янында булыуын рөхсәт итһәң ине, йә Раббым.

* Йә Аллаһ! Ҡиәмәт көнөндә ғәзиз әсәйемдең (атайымдың, олатайымдың, өләсәйемдең, туғанымдың) пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм шәфәғәтенә лайыҡ булыуын насип ит.

* Йә Раббым! Ҡиәмәт көнөндә хисап-һорау алынғанда әсәйемдең еңел хисап ҡылыныуын насип итһәң ине.

* Берҙән-бер илаһым, ҡөҙрәтле Раббым! Фәлән ҡыҙы (улы) фәләндең гонаһтарын ярлыҡап, ҡылған изге ғәмәлдәрен, ғибәҙәттәрен ҡабул итеп, әжер-сауаптарын арттырып, Йәннәт баҡсаһына кертһәң ине.

Раббәнәгъфирлии үә лии үәлидәййә йәүмә йәкүмүл хисәб. Раббәнә әәтинәә фиддүнья хәсәнәтәү үә фил әәхыйрати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәррахимиин. Амин.

Автор:
Читайте нас