Әгәр ҙә һоло ярмаһы менән йыуынһаң, Бер ниндәй тональ крем кәрәкмәй,
(Геркулес, овсяные хлопья)
Биттәге бөтә ҡара нөктәләр, һөйәлдәр, һипкелдәр, ҡырауҙар һәм күҙ төбөндәге күгәреп тороуҙар юҡҡа сыға йәһәт кенә! Һәм, беләһегеҙме нимәһе мөһим?! Бер нәмә лә һатып алыу кәрәкмәй!)) Тик ошо алымды ҡулланып ҡарағыҙ һәм һөҙөмтәһен күрерһегеҙ, үҙ күҙегеҙгә ышанмаҫһығыҙ!
Унар йыллап ҡулланып ҡараған, ышаныслы рецепт - битте һоло ярмаһы менән йыуыу. Йыуғандан һуң битегеҙ йомшаҡ ҡына булып ҡаласаҡ!
Һоло ярмаһы менән йыуыныу айырыуса кемдәрҙең биттәре майлы - шуларға тәғәйенләнгән, шулай уҡ боҙолоп торған бит тиреһенә, ауырыу кеүек йөҙ өсөн яҡшы.
Бының бөтәһенән дә битте һоло ярмаһы менән йыуыу ярҙам итәсәк! Нисек ҡулланырға һуң?!
Бер ус һоло ярмаһын алабыҙ (эрерәк тә, вағыраҡ та бара). Һолоно уста ныҡ итеп ҡыҫып, ағып торған йылы һыуға килтерәбеҙ 1 минут тирәһе генә. Һыуланған һоло ярмаһы менән битте ышҡый башларға. Инде бер-нисә секундтан һоло ярмаһы һабын һымаҡ күперә башлай.
Файҙалы кәңәш. Битте һоло ярмаһы менән йыуыр алдынан раковинаға марля һалыр кәрәк, һыу юлы тығылмаһын өсөн. Борсолоу кәрәкмәй, әгәр ҙә бит боҙола йә кибә башлаған һымаҡ күренһә. Зарарлы матдәләрҙе сығара тире шулай итеп. Аҙна аҙағына ҡарай бөтәһе лә яйлана башлаясаҡ.
Һоло ярмаһы менән иртәле -кисле йыуынырға була.
Гөлгөнә Байзигитова.