Йоҡларға урын-ерҙе бесәй ятҡан ергә йәйегеҙ
Һыуҙы ат эскән урындан эсегеҙ, ат бер ҡасан да насар һыу эсмәҫ
Еләк-емештең ҡорт тейгәнен ашағыҙ
Себен-серәкәй ҡунған бәшмәкте ҡурҡмайынса йыя алаһығыҙ
Ағасты һуҡыр сысҡан ҡаҙыған ергә ултырт
Йортто йылан йылынып ятҡан урынға төҙө
Ҡоҙоҡто эҫелә ҡоштар оя ҡорған ерҙә ҡаҙы
Тауыҡтар менән йоҡларға ят һәм улар менән тор - көндөң алтын орлоғон табырһың
Күберәк йәшеллек аша - януарҙыҡы кеүек ныҡ аяҡлы һәм сыҙам йөрәкле булырһың
Йышыраҡ йөҙ - ерҙә үҙеңде һыуҙағы балыҡ кеүек хис итерһең
Аяҡ аҫтыңа түгел, йышыраҡ һауаға ҡара - уйҙарың асыҡ һәм еңел булыр
Һөйләгәнгә ҡарағанда, күберәк өндәшмәй тор - күңелеңдә тынлыҡ урынлашыр һәм рухың тыныс булыр.