Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү, Тыуған илебеҙҙең үткәненә, уның бөтөнлөгөн, сиктәрен һаҡлаусы яугирҙарына ихтирам-хөрмәт уятыу, улар менән ғорурланыу, илгә ҡалҡан булған батырҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бөтә Рәсәй буйынса үткәрелгән “Герой партаһы” акцияһы беҙҙең районда ла уңышлы дауам итә. Бөгөн Теләүембәт урта мәктәбендә ошо белем усағын тамамлаған, махсус хәрби операция барышында беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн батырҙарса һәләк булған Ишемғолов Ришат Зәйнәғәбдин улына, Рәхимов Айнур Марат улына, Фәйзуллин Айнур Илдар улына арнап “Герой парталары” асылды.