Тәҙрәләреңде һәр ваҡыт һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот - фәрештәләр ҡыуаныр.
Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ - юлың уңыр.
Гөлдәр үҫтер йортоңда - һабағына фәрештәләр ҡуныр.
Асыулы сағыңда йыуын - баҫылырһың.
Ҡысҡырып илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм ҡыуаныу ҙа зиһенгә зыян итер.
Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән ебен йәки сәсен алып ҡал, төндә бала уянып илаһа, шул еп йәки сәс менән төтәҫләп, Аятел-Көрси уҡы.
Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
"Бисмилла"ны әйтеп бешеренһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен - фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
Табын, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы-бөхтә булһын - бәрәкәт килер.
Кейемде, бигерәк тә бала кейемдәрен йыйыштырып, урынлаштырып тор - һаулыҡ артыр.
Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән һыйла - насар итеп һөйләй алмаҫ.
Эске кейемде кешенән йәшереп ҡуй, күҙгә һалынмаһын - шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр
Ирегеҙ менән яҡын мөнәсәбәттәрегеҙ хаҡында кешегә һөйләмәгеҙ - һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.
Үҙегеҙ йоҡлаған простыняла ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ - аралар һыуыныр, гел алмаштырығыҙ бөтә тышлыҡ, простыняларҙы.
Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек әйбер алмағыҙ - көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.