Фытыр саҙаҡаһы урындағы халыҡтың ниндәйҙер аҙығы төрөнән – мәҫәлән, дөгөнән, ҡарабойҙайҙан, борсаҡтан, ондан, тарынан, арпанан һ.б. – бирелә ала. Тимәк, әгәр ғаилә биш кешенән торһа, һәр береһенән берәр сағ тапшырылырға тейеш тип һанаһаҡ, 15 килограмм тирәһе ярманы мохтаждарға таратырға кәрәк буласаҡ. Әлегә тыумаған бала өсөн фытыр фарыз булмаһа ла, уның өсөн биреп ҡуйыу хуп күрелә – бөйөк сәхәбә Ғүҫмән (Аллаһ унан риза булһын) шулай эшләгән. Рамаҙан айының һуңғы көнөнә тиклем үлеп ҡалған кеше өсөн фытыр фарыз түгел һәм уның исеменән бирергә кәрәкмәй.
Фытыр саҙаҡаһын Рамаҙан айының бөтөүөнә ике йә бер көн ҡалғас (28-се көндән башлап) бирә башларға мөмкин.
Йыш ҡына мосолмандар фытырҙарын аҡсалата бирә, ләкин ғалимдарҙың күбеһе уны ризыҡлата тапшырыу яҡлы.