Мораҙым
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль , 11:25

Йәшлеген тауҙар илендә ҡалдырған уҙамандарға миҙалдар тапшырылды

Йәшлеген тауҙар илендә ҡалдырған уҙамандарға миҙалдар тапшырылды

Йәшлеген тауҙар илендә ҡалдырған уҙамандарға миҙалдар тапшырылды
Йәшлеген тауҙар илендә ҡалдырған уҙамандарға миҙалдар тапшырылды

  Ярты миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицерының яҙмышын аҫтын-өҫкә килтергән афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 10 меңгә яҡын егет ҡатнаша, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙа 343 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә. Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән 72 райондашыбыҙҙың дүртәүһе –Үрге Бикҡужа егете Радик Миңлемулла улы Ғөзәйеров, Исемдән Заһир Закир улы Ишкилдин һәм Нуҡайҙан Наил Ғилметдин улы Байғүбәков, Алик Мәхмүт улы Рөстәмов һәләк була...

Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу сараһында йәшлеген тауҙар илендә ҡалдырған Павел Дмитриевич Тельгинға, Хәлиф Хөсәйен улы Ихсановҡа һәм Сәғәҙәт Хәмзә улы Баймырҙинға “Сик буйы ғәскәрҙәренә 105 йыл” миҙалын тапшырҙы. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән һәм тыныс тормошта ла илебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән уҙамандар улар!

А.Казаков фотолары.

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас