Ураҙа – ул ҡалҡан. Һәр ҡайһығыҙ ураҙа тотҡан көндө яман һүҙ һөйләмәһен һәм яман ғәмәл ҡылмаһын, дошманлык (йәки тауыш-ғауға) ҡуптармаһын.
Әгәр берәү ураҙалы кешене һүкһә йә һуғышһа: “Мин ураҙала, мин ураҙала”, — тип әйтһен.
Мөхәммәттең йәненә хуҗа булған Аллаһ менән ант итәм: ураҙа тотоусы кешенең ауыҙынан килгән еҫ Аллаһ алдында мускус еҫенән дә хушлыраҡ.
Ураҙа тотоусының ике ҡыуанысы бар. Береһе –ауыҙ асҡанда (ифтарҙа), икенсеһе – Раббыһының ҡаршыһына барғанда ураҙаның сауабы менән һөйөнөүе”.
“Йәннәттә әр-Рәййан тигән ишек бар. Был ишектән ҡиәмәт көнөндә бары тик ураҙа тотоусылар ғына керәсәк. Унан ураҙа тотоусыларҙан башҡа берәү ҙә керә алмаясаҡ.“Ураҙа тоткандар ҡайҙа?” – тип һораясаҡтар. Ураҙа тотҡан кешеләр тороп, шул ишектән кереп китәсәктәр. Улар инеп бөткәс, ишек ябыласаҡ һәм был ишектән башҡа берәү ҙә инмәй.
“Рамаҙан айы ураҙаһын ихлас күңел менән ышанып һәм сауабын бары тик Аллаһтан ғына өмөт итеп тотҡан һәр кемдең ҡылған гөнаһтары ярлыҡаныр.
“Ураҙа менән Ҡөрьән ҡиәмәт көнөндә шәфәғәт итәсәктәр. Ураҙа: “Әй, Раббым! Мин уны көндөҙҙәрен ашау-эсеүҙән һәм енси теләктәренән тыйҙым. Шуға күрә мине уның өсөн шәфәғәтсе ҡыл”, – тип әйтәсәк. Ҡөрьән дә: “Мин уны төндәрен йоҡлатманым. Мине лә уның өсөн шәфәғәтсе ҡыл”, – тиәсәк. Шулай итеп, икеһе лә шәфәғәт итәсәктәр”.
“Һис шикһеҙ, ураҙа ҡолдоң үҙе өсөн йәһәннәмдән һаҡлана торған ҡалҡан”.
“Ураҙа тотоусы кешенең ифтар ваҡытында ҡылған доғаһы ҡабул була”.