Афған һуғышына алынған типһә тимер өҙөрлөк көслө заттар араһында, әлбиттә, беҙҙең район егеттәре лә була.
Ярты миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицерының яҙмышын аҫтын-өҫкә килтергән афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 10 меңгә яҡын егет ҡатнаша, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙа 343 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә.
Бөгөн Мораҡ ауылының “Хәрби туғанлыҡ” аллеяһында Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыу көнөнә бағышланған митинг уҙҙы.
Афған һуғышы һәм башҡа хәрби бәрелешитәрҙә ҡатнашыусы ветерандарға иҫән-имен тормош, һалыҡ теләйбеҙ!