“Альбер Тимерғәли улы Сәлихов 1972-1976 йылдарҙа Свердлов Юғары хәрби-сәйәси танк-артиллерия училищеһында белем ала. 1976-1981 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Афған һуғышының иң ҡыҙған мәлендә - 1981-1983 йылдарҙа Афғанстанда хеҙмәт иткән ваҡытында ул үлем менән бер һуҡмаҡтан йөрөй тип әйтергә лә була.
1983-1986 йылдарҙа В.И.Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияла белем ала. 1983-1992 йылдарҙа Украинала хеҙмәт итә. 1986 йылдың 26 апрелендә ул хеҙмәт иткән ерҙән ни бары 80 саҡрым алыҫлыҡтағы Чернобыль атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Хәрбиҙәрҙең был афәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙән ситтә ҡала алмауы хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер...
Тыуған илгә намыҫ менән хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ III дәрәжә “Ҡораллы Көстәрҙә Тыуған илгә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденына, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Афған халҡынан”, ”Яугир-интернационалистҡа”, “10 йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “15 йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдарына лайыҡ була.
Запасҡа сыҡҡандан һуң яҡташыбыҙ тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм Күгәрсен районының хәрби комиссариатында эшләй, аҙаҡ ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһен етәкләй. Ул бына тигән өлгөлө ғаилә башлығы ла була, ҡатыны Фәриҙә апай менән Олеся һәм Алина исемле ике ҡыҙ үҫтерә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Альберт ағайҙың яҙмышында үтә фажиғәле биттәр ҙә бар. 1999 йылда ул эш буйынса Мәскәү ҡалаһына юллана һәм юлда эҙһеҙ юғала. Туғандары әйтеүенсә, 2004 йылда район суды уның хаҡында “вафат булған” тигән ҡарар сығара.
Уның хаҡында хеҙмәт ветераны Вәлиулла ағай Нурмөхәмәтов бына нимәләр яҙа: "
Сәлих ауылы егете Альберт Сәлихов менән 1971 йылда таныштыҡ. Нәҡ шул йылдың ноябрендә беҙ армияға алындыҡ.
11 ноябрҙә мине ауылдан Сәйетҡол ауылы егете Айҙар Йосопов арбаға егелгән пар ат менән Мораҡ военкоматына алып килде. Беҙ уның менән “Исем” совхозының “Свердлов” бүлексәһендә бергә эшләнек, шунда дуҫлашып киттек. Военкомат алды буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға килгән халыҡ менән шығырым тулы. Ауылдан бер үҙем генә килгәс, оҙатыусы булмаҫ тиһәм, әллә ҡайҙан белеп ҡалған ҡыҙҙар һәм башҡорт мәктәбендә уҡып йөрөгән беҙҙең ауыл уҡыусылары килеп, мине оҙатып ҡалдылар.
Автобусҡа тейәлгән егеттәрҙе бер прапорщик Өфөнөң йыйылыу пунктына алып барып тапшырҙы. Ашханаға алып инеп ашатҡандан һуң бер клуб кеүек бүлмәгә урынлаштырып, йоҡлағыҙ тип сығып киттеләр. Шул ваҡыт ҡараңғыла “Мәләүез районынан булғандар, бында килегеҙ”, “баймаҡтар, был яҡҡа шылығыҙ” тип, төрлө район егеттәре бер урынға туплана башланы. Беҙҙең райондыҡылар ҙа бер урынға тупланып, ары-бире һуғыша башлаһалар, бер-беребеҙҙе яҡлашырға, тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Ҡараңғы булһа ла, бер аҙ ығы-зығы булып алды, шулай тауышланғас, дежур офицер ике дневальный менән ут яҡтыртып, беҙҙе тәртип тоторға тип ҡәтғи киҫәтеп сығып китте.
Иртәнге аштан һуң медкомиссия үткәреп, беҙҙең документтарҙы әҙерләй башланылар. Ул саҡта һалдаттар илебеҙҙең төрлө тарафтарында – СССР составына ингән республикаларҙа, ҡайһы бер социалистик илдәрҙә һәм Германия Демократик Республикаһында хеҙмәт итә ине. Беҙҙе Грузиянан килгән “покупателдәр” һайлап алды.
Иртән тағы ашханала ашаттылар ҙа, тимер юл вокзалына оҙаттылар. Юлға тип бер аҙ “сухой паек” бирҙеләр. Поезда Волгоград яҡтарына юлландыҡ. Бына шул ваҡытта яҡташым – Сәлих ауылы егете Альберт менән яҡындан таныштыҡ.
Барғанда уның менән төрлө темаларға һөйләшә-һөйләшә, поезд тәҙрәһенән тәбиғәт күренештәрен, ауыл-ҡалаларҙы ҡарай-ҡарай барҙыҡ. Бына, ниһайәт, 20 ноябрҙә Тбилиси ҡалаһына барып еттек. Вокзалға инеп бер аҙ ял итеүгә, икенсе “покупателдәр” фамилияларыбыҙҙы ҡысҡырып, беҙҙе бүлешеп алдылар ҙа, тағын электричкаға ултыртып, Грозный ҡалаһына 6 айға учебкаға алып киттеләр.
Батуми ҡалаһы вәкилдәре Альбертты үҙҙәренә - пехота полкына һайлап алды һәм беҙ шулай айырылыштыҡ. Сталиндың тыуған ере – Гори ҡалаһында танкист-тоҫҡаусы һөнәренә уҡый башланым. “Дедовщина”, йәғни өлкәнерәк һалдаттарҙың яңы килгәндәрҙе ҡыйырһытыу күренеше юҡ, бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ, сөнки ярты йылдан беҙҙе төрлө частарға оҙатасаҡтар. Беҙҙе иртәнән кискә тиклем тактикаға, сафта торорға, атырға, танкты йөрөтөргә, уның техникаһына һәм башаларға өйрәттеләр.
Бер нисә тапҡыр ҡалаға экскурсияға алып сыҡтылар. Иң хәтерҙә ҡалғаны – Сталиндың өс ҡатлы музейы, унда нимә генә юҡ, ә шулай ҙа иң күбе Ҡытай Халыҡ Республикаһына нигеҙ һалыусы һәм уны етәкләүсе Мао Цзедундың исеменән бирелгән әйберҙәр, музейҙың ике ҡатында уларҙың фарфорҙан эшләнгән бүләктәре бик күп ине.
Учебка бөткәс, беҙҙе Батуми ҡалаһында урынлашҡан пехота полкындағы көсәйтелгән танк батальонына хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Пехотала бер ниндәй ҙә тәртип юҡ, күп һалдаттар Кавказдан ине, ни эшләптер әрмән менән азербайжандар һәр ваҡыт уртаҡ тел таба алманы.
Беҙҙең батальонда дисциплина ныҡ булды, пехоталағы кеүек яҡташлыҡ юҡ, дембелдәр тәртипте ныҡ тота, сөнки батальон командиры яуапты уларҙан һорай, шул уҡ ваҡытта уларға бөтә нәмә рөхсәт ителгән. Ҡалаға “самоволка”ға сығалар, ашханаға йөрөмәйҙәр, казармаға алып килеп ашатабыҙ, физарядкаға яртыһы сыҡмай йоҡлап ҡала, тәртип һаҡлар өсөн көндә береһе сығып, беҙҙе контролдә тота.
Бер көн төшкө аштан һуң штаб эргәһенән үтеп барһам, ҡаршыма Альберт килеп сыҡты.
– Вәлиулла дуҫ, ҡалай ваҡытында осраның, мин штабта писарь булып хеҙмәт итәм, оҙаҡламай Свердловск ҡалаһына хәрби училищеға уҡырға китәм, әйҙә минең менән, миңә замполит иптәш эҙлә, бергә күңеллерәк булыр, тигәйне, - тине ул мине күргәс киң йылмайып.
Альберт ярты йыл эсендә үҙен һәр яҡлы әҙерлекле һалдат итеп күрһәтеп, штабта ла абруй яулап өлгөргән икән.
Мин аҙ ғына уйланып торҙом да, “бармайым, мин ауыл кешеһе” тип, уның тәҡдимен кире ҡаҡтым. Ошо осрашыуҙан һуң бер-ике тапҡыр осрашып һөйләшеп өлгөрҙөк һәм ул училищеға уҡырға китеп барҙы.
"