Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль , 11:55

Һөнәр һайлау - етди эш

Башҡорт дәүләт университетының ( хәҙер ул Өфө Фән һәм технологиялар университеты тип атала) райондағы күп уҡытыусыларға, журналистарға һәм башҡа һөнәр эйәләренә осар ҡанаттар биргән башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты хәҙер башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты тип атала икән. Ошо көндәрҙә ошо уҡыу йорто белгестәре Мораҡ башҡорт гимназияһының һәм Мораҡ 1-се урта мәктәбенең сығарылыш класы уҡыусылары менән осрашты.

Һөнәр һайлау - етди эш
Һөнәр һайлау - етди эш

 9-11-се класс уҡыусылары алдында алдынғы уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты телселәре, филология фәндәре кандидаттары - төрөк теле уҡытыусыһы Мөнирә Фәтих ҡыҙы Акилова менән ғәрәп теле уҡытыусыһы Айгөл Ғәни ҡыҙы Сәғитова сығыш яһаны.

 Улар әйтеүенсә, факультетта филология (башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр), педагогик белем, көнсығышты өйрәнеү һәм африканистика, журналистика йүнәлештәрендә белем бирелә. Аныҡлап әйткәндә, башҡорт һәм көнсығыш телдәре буйынса белгестәр, журналистар, педагогтар, тәржемәселәр, филологтар һәм экскурсиялар ойоштороу буйынса һөнәрмәндәр әҙерләнә. Бында 10 телде өйрәнеү мөмкинлеге бар: башҡорт, урыҫ, инглиз, француз, ҡытай, корея, япон, ғәрәп, төрөк һәм фарсы.
Теория менән бер рәттән, ғәмәли тәжрибә туплауға өҫтөнлөк бирелеүен,  студенттарҙың сит илдәргә стажировкаларға сыға алыуын, был, үҙ сиратында, яңы телдәр, мәҙәниәттәр менән танышыуға, аң даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итеүен дә телгә алды ҡунаҡтар.

- Алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү факультет студенттарына һәм аспиранттарына Төркиә, Иран, Белоруссия, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙең университеттарында стажировка үтергә мөмкинлек бирә, уҡыу һәм йәшәү бушлай, - тип ҡыҙыҡтырҙы улар.

 Осрашыу уҡыусылар өсөн файҙалы булғандыр, бәлки улар араһында нәҡ ошо уҡыу йортона инеп, күңелдәренә ятҡан һөнәр буйынса белем алыр, тип ышанабыҙ.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас