Мораҙым
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль , 17:25

Көлөп алайыҡ әле!

Улымдың ҡыҙыҡтары күп була ине. Балалар баҡсаһына ашығабыҙ. Носкиҙарын бер аяҡҡа ҡатлап кейеп ҡуйған да, икенсеһен тапмайбыҙ. Икенсе ваҡыт  бер кроссовкаһын кейгән, һыңары ҡулында, ул эҙләй тип беҙ эҙләйбеҙ. *** Ирем Себерҙә эшләй, ул шылтыратҡас, ун минуттай һөйләшкәнбеҙҙер. Үҙем һөйләшәм, үҙем зыҡ ҡубып телефонымды эҙләйем....

Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

Дауанаға барҙым да, аяҡ кейеме өҫтөнән бахиллы кейҙем. Табипҡа күренеп, эште бөткәс ҡайтып киттем. Урамда кешеләр нишләп миңә ҡарап йылмая икән тип уйлайым. Ҡайтып еткәс кенә аяғымдағы зңгәр бахиллаларҙы күреп, көлөп ебәрҙем.

***

 Ирем ике ай самаһы Себерҙә булды, ул шылтыратҡас, ун минуттай һөйләшкәнбеҙҙер.

Үҙем һөйләшәм, үҙем зыҡ ҡубып телефонымды эҙләйем.

-Нимә эҙләйһең? – ти.

-Телефонды, - тим.

- Ярай, тапҡас, миңә шылтыратырһың, - ти.

***

 Поезд менэн юлга сығырға йыйынам,сумкамды әҙерләйем. Юлға кейә торган тәпешкәмде тапмайым. Инде бөтә өй эсе менән эҙләйбеҙ. Инде ваҡыт та әҙ ҡалып бара, юҡ табылмай. Бер ваҡыт һылыуым:

- Ә аяғыңда нимә? – ти.

Шулай итеп, аяғымдағы тәпечкәмде эҙләп, саҡ поезға һуңламаным.

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас