Мораҙым
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль , 09:35

Ағинәй

-Өләсәй, өләсәй! Ҡыҙҙар ирешәләр,мине “Сараҡай-ҡараҡай” тип үсекләйҙәр...- Гөлсара, сорлап илап, аласыҡта мәш килгән Дилә апайҙың итәгенә ҡапланды.

Ағинәй
Ағинәй

- Эй, балам, шуға илайҙар тиме инде?..Һин уларға былай тиең: “Аҡтыр-суҡтыр, кеше араһында юҡтыр; ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр”.

-Шунан улар үсекләмәҫтәрме?

- Үсекләмәҫтәр. Миңә лә һинең кеүек саҡта “Ҡараҡай” тиһәләр, шулай тип кенә яуап бирә инем.Ҡәрсәйемдең ошо тылсымлы һамағы ярҙам итә ине гел.

- И-һи-ий, өләсәй, һин ҡарамы ни? Юҡ, һин аҡ өләсәй, матур өләсәй!      

- Эй, ҡыҙым, мине хәҙер генә “Ағинәй” тиҙәр, элек мин дә “Ҡараҡай” инем.

-Һөйлә әле, өләсәй, үҙеңдең бәләкәй сағыңды...

-Һөйләрмен, ҡыҙым, һөйләрмен... Тик хәҙер түгел... Ҡайҙа әле, сәсең туҙып киткән, матур итеп тарап үрәйем. Юғиһә, әсәйеңдәр килгәс, үҙеңде танымай торорҙар,- тип өләсәһе үҙенә генә оҡшап торған ейәнсәренең ҡалын толомдарын hүтте, оҙак итеп сәсен тараны, ә уйҙары уны ошо Гөлсараһы кеүек саҡтарына, аҡ томандар артында ҡалған ғәмһеҙ бала сағына алып китте...

Урамдағы ҡойма буйында, күпереп үҫкән йәшел сирәм өҫтөндә ике ҡыҙ “Ҡырҡташ” уйнап ултыра. Апалы-һеңлеле Динә менән Дилә ул. Әсәләре ҡушҡан эштәрҙе эшләп, йәки бергә татыу ғына уйнап йөрөгән ерҙән ҡыҙҙар “һә” тигәнсе үпкәләшеп, йә берәй уйынсыҡҡамы, әйбергәме тартышып әрләшә башлайҙар, гел малайҙар менән үҫкәнгәме, тиҙ генә талашып һуғыша ла китәләр. Бына әле лә Динә heңлеhe Диләнең ап-аҡ ҡына йоморо ташын тартып алырға теләне, теге ташҡа сат йәбешеп:

-Минеке! Бирмәйем! Ҡыҙылда үҙем таптым!- тип яу һала.

-У-у, һаранбикә... Ҡараҡай һин, ҡырағай һин!- Динә тартышты дауам итә.

-Ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр,- тип апаһына бирешмәй тәтелдәй Дилә ҡартәсәһенән отоп алған һүҙҙәрен.

-Дилкә-ҡара елкә!- Динә лә уҫал.

-Ә һин аҡ елкә - Ялҡаубикә! Аҡтыр-буҡтыр, кеше араһында юҡтыр!

-Ух, ҡарасман, хәҙер мин һине... - Динә һеңлеһен ҡыуа төшә.- Тотһам, ҡара ергә бутайым, тупраҡ араһынан үҙеңде айырып та ала алмаҫтар...

Динә менән Дилә бер туған булһалар ҙа, тышҡы ҡиәфәттәре менән дә, холоҡтары менән дә бер-береһенә тамсы ла оҡшамағандар ине. Динә - ап-аҡ йөҙлө, hapы сәсле, зәп-зәңгәр күҙле ҡыҙ. “Өләсәһенә оҡшаған”,- тип яратырҙар ине уны. Диләне - ҡонғорт йөҙлө, ҡарағаттай ҡап-ҡара күҙле, ҡуйы ҡара сәсле ҡыҙҙы ҡартәсәһенә оҡшатып һөйәләр.

Икеһенең дә ирҙәре һуғышта һәләк булған, үҙҙәре берәр генә бала менән ҡалған, тылдағы бөтә михнәтте бергәләп күтәргән ауылдаш тол ҡатындар ине уларзың ҡартәсәһе менән өләсәһе. Ошо ике татыу ҡоҙағыйҙың теләктәрен үтәпме, уларҙың икеһен дә үпкәләтмәҫ өсөнмө, балаларының ғаиләһенә ике ир баланан һуң үҙҙәренә оҡшаған ике ҡыҙ бүләк иткән Хоҙай.

Өләсәләре лә, ата-әсәһе лә, ағалары ла айырмайынса яратты был ике тубырсыҡтай ҡыҙҙы. Урамдарында уларға тиҫтер ҡыҙ балалар булмағанғамы, күрше малайҙар ҙа уларҙы үҙ уйындарынан ҡыуманы, ситкә тибәрмәне. Киреһенсә, ҡурсып торҙолар, юҡҡа-барға рәнйетмәҫкә, үсекләмәҫкә тырыштылар. Бигерәк тә бер өй аша ҡаршы йортта йәшәгән Сабир иғтибарлы булды ҡыҙҙарға. Yҙe менән hыy инергә лә, еләк-емешкә барғанда ла эйәртә ине, велосипедта йөрөргә лә ул өйрәтте, үҫә төшкәс, матайында ла ҡыҙҙарҙы ултыртып йөрөтә ине. Динә менән Дилә Сабирҙы тәүҙә ағайҙары кеүегерәк күрҙеләр ҙә, йылдар үтеү менән үҙҙәре лә үҫә килә, уға мөнәсәбәттәре үҙгәрә төштө. Егет, киреһенсә, аҙ һүҙлерәк һәм ҡырыҫыраҡ, ә ҡыҙҙар иркәрәк, наҙлыраҡ һәм серлерәк булып китте. Урамда элеккесә өсәүләп уйнамай, мәктәптән дә бергәләп ҡайтмай башланылар. Кис етһә, Динә үҙе генә клубҡа сығырға әҙерләнә башлай, Диләгә:

-Һин бәләкәй әле, һиңә ярамай. Укытыусылар белеп ҡалһа...,- тигәнерәк hылтay табып, һеңлеһен өйҙә ҡалдырып китеү яғын ҡарай.

Ә уларзың йәш аралары ике йыл ғына бит.

Диләгә шул тиклем ҡыйын. Үкереп илағыһы килә. Хистәрен һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, үҙенең хәҙер “өс таған”дың артыҡ таяуына әйләнә башлағанын ун дүрт йәшлек ҡыҙ ауыр кисерә.

Тәүге һөйөү һинән рөхсәт һopaп киләме ни? Йөрәккә кемде яратырға бойороп йә өйрәтеп буламы икән?  Апайы һәм Сабир араһындағы мөхәббәттең ирекһеҙ шаһиты булһа ла, аҡылы менән, йәне-тәне менән уларға бәхет теләһә лә, Диләнең йөрәк кенәһе бирешергә теләмәне. Үҫмер йөрәге янды, үрһәләнде, ҡайғырҙы, ғазапланды, өмөтләнде, үкенде, иланы... Ләкин һөйәү үтмәне. Үтер өсөн килмәгәйне шул уға тәүге мөхәббәте... Сабир Динәгә килгәндә, Дилә уға күренмәҫкә тырыша, ҡаса, йәшенеп ҡала. “Ҡараштарыбыҙ ocpaшһa, күҙҙәремдән хистәрем түгелер, тойғоларымды һиҙеп ҡуйырҙар”, - тип ҡурҡа.

Шуға ла туғыҙынсы класты тамамлағас, унынсыға ҡалырға теләмәне, Белорет ҡалаһына медучилищеға уҡырға инде. “Ситтә еңелерәк булыр, миңә яҙған берәй сит егет осрар, Сабирҙы онотормон”, - тип өмөтләнде.    Тырышып уҡыны, ауылын, туғандарын өҙөлөп һағынһа ла һирәк ҡайтырға тырышты. Ә Динә апаһы, мәктәпте тамамлағас, ситкә китергә лә, уҡырға инергә лә теләмәне. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном булып эшләй башлаған Сабирзың кәңәше буйынса, колхоз рәйесенең сәркәтибе булып, идараға эшкә урынлашты. Бәләкәйҙән тал сыбығы кеүек сибек, ҡypcaҡ һымаҡ ҡупшы, илгәҙәк һәм сибәр ҡыҙға сәркәтип булыу ифрат килешә. Ап-aҡ нескә бармаҡтары яҙыу машинкаһы өҫтөндә бейеп кенә тора, аҡҡош муйыны кеүек зифа ҡулдарында ла телефон трубкаһы бик килешле ята. Яғымлы йылмайыуы, иғтибарлы мөнәсәбәте хужаға ла, рәйескә йомош менән килеүселәргә лә, бергә эшләүсе хеҙмәттәштәренә лә оҡшай. Өйҙәге, ихаталағы көндәлек эштәргә бик үк барымы булмаһа ла, Динә үҙ эшен яратып башҡара, эшенән ҡәнәғәт ине. Ә Дилә бәләкәйҙән ҡара эшкә әрһеҙ булды, ауыр күнәктәр менән һыуын      да ташыны,

мал да ҡарашты, һыйырын да һауҙы,         хатта, ағалары ситкә китеп бөткәс, атаһы менән бесәнгә лә йөрөнө, утын да әҙерләшә ине, ә кер-иҙән йыуыу, ашарға бешереү, мунса яғыуҙы ул эшкә лә һанаманы, уларҙы уйнап ҡына башҡарҙы. Әсәһе шаярып: “Шулай инде, ҡара   кешенең, тире сыҡҡансы, hары кешенең йәне сыға”, - тигән булыр ине.

Училищела ла, дөйөм ятаҡта ла, практика үткән дауаханала ла тырышлығы, үткерлеге, уңғанлығы менән айырылып торҙо Дилә. Уҡытыусылары уға: “Һиңә артабан уҡырға кәрәк. Һәләтең бар. Университетҡа ин”,- тип кәңәш бирәләр. Ҡыҙ үҙе лә

шулайыраҡ уйлап йөрөй  ине. Ләкин...

Динә менән Сабирҙың туйын төш кеүек кенә хәтерләй ул хәҙер. Aпаһы менән еҙнәһе өсөн ихлас ҡыуанды, бөтә йөрәктән уларға бәхет теләне, башҡалар менән бергә уйнаны-көлдө, йырланы-бейене, ҡоҙаларҙы һыйланы.      Эсенән генә Сабирҙы яратып йөрөүенән оялды. “Атайымдар, ағайымдар һиҙмәнеме икән?”- тип ҡурҡты. “Бер туған апайымдың бәхетенә өмөт һуҙған кеүек була бит, кит, ҡалай оят”, - тип үҙен-үҙе әрләне, йөрәгендә ҡайнаған хистәрен ситкә ҡыуҙы, ташҡан тойғоларын оло баҫрау менән баҫтырып, күңел төбөнә күмеп ҡуйырға теләне. “Ана, улар ниндәй бәхетлеләр!”-тип ихлас һоҡланды. — Шулай инде, аҡтыр-пактыр, кеше араһында шаттыр...”

Әммә Динә менән Сабирға туйҙа теләгән аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер һәм яҡты теләктәргә тормошҡа ашырға яҙмаған икән шул. Fүмep генәһе үтә лә ҡыҫка булды йәш кәләштең. Ауырға ҡалғас та йыш ҡына сирләй башланы ул: тамағына йүнләп ашай алмай, гел генә ҡоҫҡоһо килә, йә башы әйләнә, йәки, биленән тотоп, түшәккә тәгәрәй. Йәштәргә колхоз фатир биргәс, үҙе теләгәнсә уны йыйыштыра ла алманы Динә. Сабир кәләшен “өф” итеп торҙо, бер эш тә эшләтмәне. Ялға ҡайтҡан Дилә балдыҙын саҡырып, икәүләп түбәне аҡланылар, обой йәбештерҙеләр, тәҙрә рамдарын, иҙәндәрҙе буяп сыҡтылар. Динә ҡарап, кәңәштәрен биреп, үҙенсә өйрәтеп йөрөй, өсәүһенә табын әҙерләгән була.

-Һиңә хәҙер күп йөрөргә лә, артыҡ көсәнергә лә ярамай. Аш бүлмәһендә оҙаҡ булыу ҙа, буяу еҫе лә һиңә зарарлы, - тип ата-әсәһе лә, ҡәйнәһе менән ире лә, Дилә һеңлеһе лә уны ҡурсалап, өлтөрәп тopһaлаp ҙа, Динә барыбер йөклөлөгөн бик ауыр үткәрҙе.

Йәйгә Дилә фельдшер дипломы алып ҡайтыуға Динәнең әсә булырға көнө еткән ине инде. Район үҙәгендәге бала табыу йортона ла aпаһын еҙнәһе менән үҙе оҙатып барҙы ул.

Дауаханаға ваҡытында бapha ла, Динә ни өсөндөр балаһын таба алмай яфаланды. Сабир ҙа, туғандары ла табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын ялҡытып бөттө. “Ҡан баҫымы юғары. Тулғағы башҡа ҡабатланманы. Операция яһарға тура килер. Сабыр булығыҙ”, - тиеү менән сикләнделәр улар һораған һайын. Икенсе көндө ауылда операция ваҡытында йәш әсәнең үлеүе, сабыйзың тере ҡалыуы тураһында ҡот осҡос хәбәр таралды. Сабир еҙнәһе, меҫкен, ни эшләгәндер, ә Дилә апаһы урынына үҙе үлергә әҙер ине. Уның өсөн тормош һүнеп, ваҡыт туҡталып ҡалҡан кеүек булды. “Нисек?.. Ни өсөн?.. Ундай осраҡта табиптар баланың түгел, ә әсә ғүмере өсөн көрәшергә тейештәр бит”, - тип үрһәләнде ул. “Бына һиңә аҡтыр-суҡтыр, кеше араһында юҡтыр... Йә, хоҙай!..»

Бер аҙнанан улар: Сабир еҙнәһе, уның әсәһе Фатима апай hәм Дилә дауахананан hay-сәләмәт һәм теремек кенә сабыйҙы алып ҡайтты. Фатима апай баштан уҡ: “Бер бөртөк улымдың балаһы, нәҫел ҡотом. Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем дә, береһенә лә бирмәйем дә. Үҙем ҡарайым”,- тип ныҡ торҙо. Динә­нең ата-әсәһе лә: “Ярай, бергә-бергә үҫтерербеҙ әле. Атаһы иҫән, нисек унан балаһын тартып алмак кәрәк?”- тип ризалашты. Өфөгә университетҡа ҡабул итеү имтихандары тапшырырға китергә йөрөгән Диләнең дә карары ҡырҡа үҙгәрҙе. “Быйылға ауылда ҡалам, апайымдың балаһын ҡарашам. Фельдшер Фәриҙә апай күптән хаҡлы ялда булha ла, кеше булмағанлыҡтан ғына эшләп йөрөй. Уның менән һөйләштем дә хәл иттем инде”,- тине ул туғандарына ҡәтғи рәүештә.

Әсәһенең күкрәк һөтөн ауыҙ ҙа итә алмай етем ҡалған малайға Мирас тип исем ҡуштылар. Дилә, ауыл фельдшерының патронаж бурыстарын үтәп тә, туғанлыҡ тойғоһона, ҡан тартыу көсөнә бойһоноп та кескәй Мирас янына көн һайын йөрөнө. Ҡулынан килгәнсе ярҙам итте, йүргәк, кейем-һалым haтып алып килде, уйынсыҡтар ташыны, бала сирләгәндә эргәһенән китмәй таңдар уҙғарҙы. Мирас та уны таный, ынтылып тора, Диләнең ҡулынан төшмәй, ул ҡайтырға кейенә башлаһа, илап аптырата. Фатима апай менән Сабир ҙа, Дилә бер көн килмәһә лә, көтә, борсола башлайҙар. Ә Диләнең әсәһе төпсөк ҡыҙының яҙмышы өсөн хәүефләнә:

-Ниңә кистәрен клубҡа булһа ла сыҡмайһың ул? Тыумай ҡартайып ней... Тиҫтерҙәрең кейәүгә сығып бөтөп бара. Ә һин Фатиманан ҡайтып инмәйһең... Кит, улай килешмәй. Кеше әллә нимә һөйләп сығарыр”,- тип һөйләнеп ала. Дилә өндәшмәй. Шул шалҡан кеүек ап-аҡ малайҙы көн дә күргеһе, ҡулына aлғыһы, бәпес еҫен еҫкәгеһе килеп тик тора бит. Сабирҙың да ҡайғыһынан йыш кына “төшөрә” башлауын күрә, эскән сағында яңғыҙ ҡатындарға ла инеп сығыуын яҙа-йоҙа ишетеп ҡала ул. Ҡайһы бер көндәрҙә ауыр көрһөнөп, Диләгә моңһоу ҡараштары менән оҙаҡ итеп төбәлеп китеүе, тәмәкенән тарта-тарта ихатала утынлыҡта уйланып ултырыуҙары ҡыҙҙың йөрәген телгеләй. Еҙнәһенең yғa ниҙер әйтергә теләүен, ләкин һүҙ башларға ҡыймауын да һиҙеп йөрөй аҡыллы ҡыҙ. Әммә үҙе шул һүҙҙән ҡурҡа, еҙнәһе менән һөйләшеүҙән ҡаса, икәүҙән-икәү ҡалырға теләмәй. Ул арала Мирас ултыра башланы, “ай-һай” баҫты, атлап китте. Теле лә асылды. Былар барыһы ла Диләнең күҙ алдында һәм уның ярҙамы менән тормошҡа аша торҙо. Гел генә аҡ халатта күреп өйрәнгәнгәме малай:

-Апай! Аҡ апай! Ағапай килде!- тип эләгә-тәгәрәй ҡыҙҙың ҡаршыһына йүгерә ине. Ошо эскерһеҙ, бер ҡатлы гонаһһыҙ сабыйҙың теләгенә ҡаршы сығырғa берәүҙең дә көсө етмәне. Бер сирләп тә, мыжып та торған көндө Мирас еңмешләнеп:

-Ағапай ҡайтмаһын, беҙҙә ҡалһын. Мин уның менән йоҡлайым... Миңә ағасәй булһын, - тип дау күтәрмәһенме!  

-Эйе, шул... Ҡал, Дилә, - Сабирзың тауышы ла, ҡарашы ла ялыныслы ине.

Нисәмә оло кеше әйтә алмай йөрөгән һүҙҙәрҙе әйтте бит өс йәшлек бала! Күпме кешенең күңелендәге ауыр йөктө алып ташланы...

Ҡалды Дилә. Ләкин ҡатын һәм килен булып түгел, әсәй булып... “Мирас һауыҡҡансы”, - тип кенә. Тиҙ генә эшенә барып килә лә, көндәр буйы сирле бала янында була, дауалай. Уколдар яһай, ашата, эсерә, йыуындыра, ә төндәрен, Мирасты ҡосаҡлап, бәләкәй һәм тар бала карауатына ята. “Ни эшләнем мин? Ата-әсәйем ни әйтер? Ауыл халҡы нимәләр һөйләйҙер инде?” Ни тиклем ғазаплы уйҙар, утлы hopayҙap ҡоршауында ҡалды Дилә. “Еҙнә”... улай тип бер ҙә өндәшкәне булманы уның, Сабирға. Өлгөрмәне лә инде: Динә менән Сабир бер йыл да йәшәп өлгөрмәне. Бала саҡтан дуҫ булып, бергә үҫкән һәм әле лә өҙөлөп яратҡан кешеңә “еҙнә” тип әйтеп буламы ни?! Юҡ, теле әйләнмәй Диләнең. “Апай менән еҙнә түшәге...” Әле генә бөтә зәһәрлеге, бөтә тәрәнлеге менән барып етте ҡыҙҙың мейеһенә генә түгел, ә йөрәгенә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе. Уның зиһене таралды, бәғерҙәре өҙөлдө...

Ошондай ғазаплы уйҙар менән ике төн үтте. Был билдәһеҙлек күпмегә һуҙылыр ине икән, әгәр бер иртәне Дилә Сабир ҡосағында уянып китмәһә? Тыңғыһыҙ эшендә лә арып, өйҙә лә сирле бала менән йонсоп киткән, икеле-микеле уйҙар менән зарыҡҡан ҡыҙ был төндә Сабирҙың нисек улар янына килеп баҫҡанын да, уны нисек күтәреп, үҙе янына йоҡо булмәһенә алып сыҡҡанын да һиҙмәне...

Әллә һиҙмәмешкә һалышты ғына микән?..

-Ағапай миңә ағасәй буламы?

Байтаҡ ваҡыт Мирас Диләне ағасәй тип йөрөттө. Үҫә килә башҡа балаларҙан ишетепме, әллә һеңлеһенең теле лә унан күрмәксе “ағасәй” тип асыла башлағанғамы, яйлап “әсәй”гә күсте.

 Эйе, атаһы менән aғаcәhe уға ҡараҡай ғына һеңле алып ҡайтҡан саҡта, Мирас дүрт йәшлек ағай ине инде. Ә бер йылдан Айгөл һеңлеһенән, сәңгелдәген ҡап-ҡара малай Булат һалдырып алды. Мирас уларҙы яратып, ихлас ҡарашты, хәстәрлекле һәм ярҙамсыл ағай була белде. Ләкин бер ҙә: “Ниңә улар ҡара, ә мин аҡ?” - тип һораманы. Бәлки, Фатима ҡартәсәһе аңлатҡандыр, ә, бәлки, cерҙe сисергә берәү ҙә баҙнат итмәгәндер. Ихтимал, кәрәге лә булмағандыр, форсаты ла сыҡмағандыр.

 Эсергә әүәҫләнеп барған Сабирҙан араҡыны нисек ташлатыуын үҙе генә белә Дилә. Уның дарыуҙарының ғына түгел, доғаларының илаһи  көсө хәмер яратыусы башҡа ауылдаштарына ла файҙалы булды.

     Ә “Ағапай” ауылдаштары өсөн ысын мәғәнәһендә изгелекле аҡ фәрештә булды. Медицина ярҙамы ғына түгел, тел ярҙамы ла, ҡул ярҙамы ла күп тейҙе уның кешеләргә. Егәрле һәм баҫалҡы килен, хәстәрлекле hәм яғымлы әсә, белемле hәм уңған фельдшер, аҡыллы hәм тоғро ҡатын, изге күңелле һәм сабыр ҡәйнә, ихлас  туған hәм ышаныслы дуҫ, йомарт күрше булараҡ, төплө кәңәштәре, көләс йөҙө, тәмле теле менән кешеләрҙең, йәнен дауалаһа, шифалы, еңел, йомшаҡ ҡулдары менән тән сырхауҙарын йүнәлтте.

 Эйе, олоғая килә Ағапайҙан Ағинәйгә әйләнде Дилә. Дингә ылыҡты. Yҙ аллы Ҡөрьән өйрәнә башланы. Әрүахтар, бигерәк тә апаһы рухына арнап аяттар уҡый. Уға исеме менән өндәшкән кеше лә һирәк хәҙер. “Ағапай” ҙа ”Ағинәй”. Сабир ғына уны яратып “Ҡарас” тип йөрөтә. Дилә лә үҙен тормошонан, балаларынан, иренән, эшенән ҡәнәғәт, бәхетле ҡатын тип иҫәпләй. Ләкин Сабирҙың, уға бер касан да “яратам” тип әйткәне булмағас, кайһы сактарҙа күңеле hыҡрап ҡуя. “Мин бәхетлеме һуң? Ә Сабир? Апайым рухы рәнйемәйме икән? Сабир мине яратамы?” - тип уҙәктәре өҙөлә уның йыш ҡына. Ә һөйөү һүҙҙәре мотлаҡ ҡысҡырып әйтелергә тейешме hyң? Иренең гел генә бәхетле йылмайыуҙан ҡояштай балҡыған йөҙө, яғымлы haғыш та, бөткөһөҙ наҙ ҙа сағылған күҙҙәре һөйләмәйме ни барыһын да?

 Ана ниндәй донъя ҡорҙолар улар, ә ниндәй балалар

үҫтерҙеләр: Айгөл менән Булат, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ҡалала төпләнделәр, үҙ ғаиләләре бар. Мирас ҡына атаһы менән әсәһен, ауылын ҡалдырып китә алманы. Ауыл хужалығы университетын тамамлап, шунда уҡ өйләнеп кайтты ла, бер ихатала ҙур өй һалып, ата-әсәһе янында йәшәй...

-Ай, әттәгенәһе, төш еткән бит, балам, ҡана, ашты һоҫайыҡ, самауырға күмер өҫтәйек, - Дилә, уйҙарынан бүленеп, һикереп торҙо.

-Өләсәй, мин ҡыҙҙарға “Аҡтыр- суҡтыр, кеше араһында юҡтыр”,- тип кенә әйтеп киләйем улайһа, үсекләшмәһендәр бүтәнсә,- тип тәтелдәне Гөлнара.

-Юҡ, балаҡайым, әйтмә! Бер ҡасан да берәүгә лә улай тип һамаҡлама, йәме...

-Ҡара-аас! - Ah, Сабирҙың тауышы. - Мин ҡайттым. Сәйең әҙерме? Мирас баҫыуҙа, станда төшкө ашҡа ҡалды. Ә мин элеваторға килешләй генә... Һинең самауыр сәйеңде эсмәһәм, бынау эҫелә баш ауырта башлай, - Са­бир ҡулын йыуа-йыуа һөйләнде.

-Минең сәйем дарыуҙан да шифалыраҡ шул,- Дилә иренә һөйөп ҡарай. Сабирҙың ҡарашы осҡонланып китә:

-Машинам бензинһыҙ йөрөй алмаған кеүек, мин һинһеҙ... әй, һинең сәйһеҙ йәшәй алмайым...

Уның мөхәббәт һәм бәхет тулы күҙҙәре оялсан һөйөп ҡарай...

Зилә МӘХМҮТОВА, педагогик хеҙмәт ветераны.

Мораҡ ауылы.

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас