Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль , 14:35

Туҡһанда ла һынатмай ағинәй!

Балалары бер-бер артлы үлеп торғас, ата менән әсә сараһыҙҙан боронғо йоланы һынап ҡарамаҡсы була: ҡыҙҙарына оҙон ғүмер теләп, ҡырҡ өйҙән ҡырҡ ҡорама йыйып, яңы тыуған сабыйға “эт күлдәге” тегә.

Туҡһанда ла һынатмай ағинәй!
Туҡһанда ла һынатмай ағинәй!

  Бикбулат ауылында йәшәгән Мәғәфүрә менән Сәйфетдин Баймырҙиндарҙың татыу ғаиләһендә, шомло 1936 йылдың ҡарлы ҡышында донъяға килгән Мәймүнә инәй Иҫәнгилдина. Уға тиклем тыуған балалары бер-бер артлы үлеп торғас, ата менән әсә сараһыҙҙан боронғо йоланы һынап ҡарамаҡсы була: ҡыҙҙарына оҙон ғүмер теләп, ҡырҡ өйҙән ҡырҡ ҡорама йыйып, яңы тыуған сабыйға “эт күлдәге” тегә.

- “Эт күлдәге” кейгәнгә лә әрһеҙ, оҙон ғүмерле булғанмындыр, бәлки, - тип шаярта 90 йәшлек инәй. -  Атай-әсәйемдең минән һуң йәнә бер ҡыҙҙары тыуып үлә. Шунан һуң Миңһылыу исемле һеңлем тыуа.

Атайым һуғышҡа киткәндә, миңә биш йәш булһа, һылыуыма биш ай ҙа тулмағайны әле.

 Һуғыш йылдарында бигерәк тә ауыр ваҡыттар булған икән, тип уйлап алам... Тәүге йылды ямғыр күп яуҙы, сәскән картуфтың күбеһе сереп, һыу эсендә ятып ҡалды.

 Тамаҡ ас, өй һыуыҡ, сөнки ашарға ризыҡ наҡыҫ ҡына, кейәйем тиһәң - йылы кейем, өйҙө яғып йылытайым тиһәң йүнле утын юҡ. Ҡыш етһә, малға ла бесән таҡы-тоҡо ғына эләгә. Әсәйем ҡар йырып, ялан-ҡырҙағы кәбән төбөнә бесәнгә йөрөй. Унан ҡайтып йылынып та өлгөрмәй, утынға сығып китә. Ҡатын-ҡыҙҙың көсө самалы ғына, күпме генә сей утын алып ҡайтҡан булғандыр инде...  Һыуыҡта өй түҙгеһеҙ булып һыуына. Йылынырға маташып, һылыуым менән мейес башына менгән булабыҙ. Дөрөҫөрәге, уны этепме, күтәрепме мендерәм. Тулы кәүҙәле бала булды. Үҙем дә сабый ғынамын бит, нисек көсөм етте икән, тип хәҙер аптырайым. Нисек ҡаҙанға төшмәгәнбеҙҙер... Әсәйем ҡайтҡас, сей сыбыҡ-сабығын сапҡылап, мейес тоҡандыра.

 Ул саҡта һыйыр, кәзә аҫраған кеше иң бай һаналғандыр! Һөт-ҡатыҡ күптәрҙе аслыҡтан, үлемдән ҡотҡарҙы ла инде. Әсәйем арманһыҙ булып арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, һыйырҙы ҡарай, юҡты бар итеп, беҙҙең тамаҡты туйҙыра. Нәҡ уның тырышлығы менән һыйырлы булдыҡ, һөт-ҡатыҡ булғанға аслыҡҡа бирешмәнек. Аслыҡтан шешенгән ауылдаштарыбыҙға ла арттырыр ине һыйыр ағын.

 Беҙҙең бәхеткә күрәлер инде, атайым ҡаты яраланып, әммә иҫән ҡайтты. Бер көн бер кеше килеп китте. Әсәйем өйҙә юҡ ине. “Бына атайыңдан хат килде”, - тине теге әҙәм. Атайымдың ауыҙы ла, танауҙары ла, ике ҡулы ла яраланған булған. “Эшкинмәй бер нимәгә лә. Госпиталдә ята”, - тинеләр.

 6 айҙан һуңмы икән, 1943 йылда ҡайтты атайым. Хәле ауыр ине, ҡулдары тотмай, хатта картуфты ла әрсеп ашай алманы. Әсәйем уны аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һалды. Бик ауыр булғандыр инде уға – бәләкәй балалар, ауырыу ир, колхоз эше... Әммә бар донъя уның иңендә булыуына ҡарамаҫтан, тамсы ла зарланманы, орсоҡтай өйөрөлөп, бөтә эшкә лә өлгөрҙө.

 Бер аҙҙан атайымдың аяҡтары йүнәлеп китте, әкренләп йөрөй башланы. Саҡ ҡына арыуланғас, һунарға, балыҡҡа йөрөнө. Мин  уның менән ҡуша балыҡҡа ла, һунарға ла бара инем. Ҡапҡан һала торғайныҡ, балыҡты мурҙа менән тоттоҡ. Септә лә һуҡтыҡ, муйыл йыйып та һаттыҡ.

 Шыйыҡ тал сыбығы кеүек нескә генә сағынан ата-әсәһенең уң ҡулы, таяныр терәге булырға мәжбүр булған ҡыҙҙың ғүмер буйы эштән бәхете мул була: колхоз-совхозда бесән саба, ураҡ ура, сөгөлдөр-көнбағыш  утай, урман хужалығы питомнигында ағас ултырта.

- Бер эштән дә ҡурҡып торманым. Үҙем иҫ белә башлағандан алып колхозда эшләнем. Тәүҙә әсәйемә эйәреп бара торғайным. Тәбей тигән ерҙә көнбағыш сәстеләр. Уны тәпке менән утаныҡ.

 Ҡыҙыу эш яҙғыһын башлана. Сәсеүҙә һыйыр ҡыуып, һыйыр етәкләп йөрөйһөң. Бер аҙ торғас, тырма, шунан утау башлана. Улары бөткәс, халыҡ бесәнгә тотона. Ураҡ ваҡытында веялкаға, молотилкаға сығаралар. “Эшкә”, - тип бригадир Закир ҡарт иртүк килеп етә торғайны.

 Елгәргестә йөрөгәндә баштан-аяҡ саңға сумаһың. Көндәр йылыраҡ торһа, хатта сентябрь айында ла Эйектә һыу инеп, таҙарынып ҡайта инек. Үҙебеҙсә ныҡ булғанбыҙҙыр инде, өшөмәнек тә, һыуыҡ та теймәне. Яҙҙан көҙгә тиклем һис тә бушамай инек. Ал да, ял да, эш хаҡы ла юҡ, уның урынына “таяҡ” яҙалар, шулай итеп бер таяҡҡа эшләнек. Питомникта лесхозға ҡарағай үҫентеләре ултыртҡанда ҡалаҡлап он бирҙеләр. Шуға ла бөтөн ауыл сыға бындай эшкә. Шәйкәлә, Мүкә төбөндә, Эйәрлетауҙа ағас  ултырттыҡ. Ултыртҡас, тәрбиәләргә лә кәрәк. Йәш үҫентеләр ҙур иғтибар талап итте, араларында үҫкән бесәнен сабып, төбөн йомшартып, тәрбиәләй инек.

Ете йәшем тулғас, уҡырға үҙем барҙым. Кеше уҡырға бара, уларға күҙем ҡыҙа, ә мине “йәше етмәй” тип бирмәнеләр. Мәктәпкә йөрөгән балаларға ҡыҙығып йөрөнөм-йөрөнөм дә, Эйеккә барып бысраҡ, ҡап-ҡара итәгемде (эштә йөрөгәс, бысранғандыр инде) йыуҙым, ул ары-бире кипкәс, мәктәпкә барып, яҙылып ҡайттым. Һәүетемсә генә уҡып киттем. Дәфтәр булмағас, теләһә ниндәй ҡағыҙ ситтәренә яҙа торғайныҡ. Селектең башына перо бәйләп, ручка, ҡоромдан йә сөгөлдөрҙән яҙыу ҡараһы яһап алдым. Мәктәп һыуыҡ булғас, ул ҡара туңып ултыра. Мейес яғыусы Нәғимә тигән апай бахыр үҙе урмандан утын алып килеп, ҡырҡып-ярып, мәктәпте йылыта торғайны.

 Ул ваҡытта балалар ҙа донъя мәшәҡәттәренән азат түгел ине. Уҡыу бөттө ниһә, шунда уҡ колхоз эшенә йүгерәһең. Бесән, иген утау,ураҡтан ситтә ҡалманыҡ, - тип хәтер йомғағын тағата Мәймүнә инәй барлыҡ ваҡиғаларҙы кисә генә булғандай иҫләп.

 Киске мәктәптә уҡып йөрөгән 17 йәшлек ҡыҙҙы дәрестән саҡырып ҡайтарып, ауылдашы Сәлихйән Иҫәнгилдинға кейәүгә бирәләр. Колхоз эшенә йөрөгәндә бер-береһенең күҙенә салынһалар ҙа, ҡыҙ егеттең үҙенә күҙе төшкәнен белмәй ҙә ҡала. Үҙенән һорап та тормай, никах уҡытып та ҡуялар.

 Әйткәндәй, йәш кәләшкә ирен армияға оҙатып, уны өс йыл буйы көтөп алырға тура килә. Ҡырымда хеҙмәт итә ғаилә башлығы. Ул китеп 2 ай үткәс тә тыуған ҡыҙы Таңһылыу 3 йәшлек булып, “Атайым бәтинкә алып ҡайта”, - тип тәтелдәп ҡаршы ала.

 Гөрләтеп донъя көтөп алып китә йәштәр. Үҙҙәре ағас ҡырҡып, бүрәнәне Эйек буйлап ағыҙып алып килеп, йорт күтәрәләр. Бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарылған заман булғас, Сәлихйән бабай таҡтаны ла үҙе быса. Шуны ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел: уның шул ваҡытта таҡталарҙы үҙе бысып, үҙ ҡулдары менән эшләгән урындығы һаман да өйҙөң бер йәме, күрке булып тора!

 Ата-әсәһе ҡыҙҙарының яҙмышын тәүәккәл, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған егеткә ышанып тапшырып һис яңылышмай: Сәлихйән Хәкимйән улы менән Мәймүнә Сәйфетдин ҡыҙы матур донъя көтә, ҡулға-ҡул тотоноп, 67 йыл бергә татыу ғүмер кисерә (ғаилә башлығы 2021 йылда, 89 йәшендә вафат була).

 Күркәм пар ете балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығара. Үҙҙәренә хас булған намыҫ, әҙәп, әхлаҡ, егәрлелек, башҡаларға изгелекле булыу кеүек барлыҡ күркәм сифаттарын ул-ҡыҙҙарына ла һеңдереп үҫтерә улар. Оло үкенескә күрә, Мәймүнә инәйгә ерҙәге иң ауыр ҡайғыны - бала юғалтыуҙы ла күрергә тура килә: тәүҙә оло ҡыҙы, унан бер-бер артлы өс улы баҡыйлыҡҡа күсә. “Шул тиклем ауыр ҡайғы биргәс, уны күтәрерлек көс тә бир, Хоҙайым”, - тип күңеленә ауыр болоттай ябырылған ауыр уйҙарҙы оҙон көй, шиғыр юлдары аша еңергә тырыша, башҡа балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бауыр баҫа.

 Әйткәндәй, Мәймүнә инәй тәбиғәттән бирелгән моңға эйә. Йәшерәк сағында ауылдың үҙешмәкәр  артистары менән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, сәхнәлә йыш сығыш яһай. Уй-кисерештәрен шиғри юлдарға һалыуы ла йәш сағынан уҡ килә.

 - Саҡыра ла кәкүк, эй, саҡыра,

Ҡарағайҙан бейек ҡайында.

Һағыныу ҙа түгел, һарғайырһың,

Ғәйнекәйем, кәкүк айында.

Ҡарағай ҙа ағас – бейек ағас,

Менеп булмай кирам булмағас.

 Ҡылам тигән эшеңде ҡылып булмай,

Яҡыныңдан ярҙам булмағас.

 Бала саҡта отоп алған ошо йыр һаман онотолмай. Ул ваҡытта был йырҙың асылына төшөнмәгәнмен дә, хәҙер инде олоғайғас ҡына аңланым”, - ти ағинәй.

 Ғүмер буйы эшләп өйрәнгән кеше олоғайғас та эшһеҙ тора алмайҙыр ул! Өлкән йәштә булыуына һәм һаулығы ҡаҡшауына ҡарамаҫтан, Мәмүнә инәй һис ҡул ҡаушырып ҡына ултыра алмай. Балаларын, килен-кейәүҙәрен, ун ике ейән-ейәнсәрен, егерме ике бүлә-бүләсәрен яҡты йөҙө менән ҡаршы алып, уларҙы телде йоторлоҡ тәмле бәлеш-бөйөрөктәре, ҡоймаҡтары менән һыйлай. Уның бөхтәлеге иһә йәштәргә үрнәк булырлыҡ: матур итеп йыйыштырылған йортонда һәр нәмә үҙ урынында, һәр ерҙә тәртип.

 “Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр” тигән әйтем дә нәҡ уның балаларына тап киләлер: Иҫәнгилдиндарҙың ҡыҙҙары Гәүһәр менән Йәмилә, кейәүҙәре Рәсим менән Ғәфүр, улдары Мәхмүт менән килендәре Әлимә күптәрҙе һоҡландырырлыҡ итеп донъя көтә, береһенән-береһе аҡыллы, матур балалар үҫтереп, үҙҙәре һайлаған өлкәлә тырышып хеҙмәт итә. 

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас