Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль , 09:25

Биттәрегеҙ шыма булыр

 Биттәге һырҙары бөтөрөү, кәметеү өсөн ҡиммәтле битлектәр яһау мотлаҡ түгел. Йәш күреү өсөн өй шарттарында ла бына тигән битлек яһарға була.

 

 Был крем тирегә оҙаҡ һеңә, шуға ла ятыр алдынан ике сәғәт алда ҡулланыу отошло. Тәүге һөҙөмтәләр 3 көндән һуң күренер. Рецепт ҡатмарлы түгел һәм ысынлап та ярҙам итә.

Шулай итеп, был битлек түбәндәгесә яһала. Ярты йомортҡа һарыһы, 2 сәй ҡалағы миндаль йәки зәйтүн майы, 1 сәй ҡалағы диңгеҙ тоҙо, 2 сәй ҡалағы ромашка төнәтмәһе (1 аш ҡалағы ҡоро ромашканы 200 мл һыуға һалып, 15-20 минут ҡайнатырға), ярты сәй ҡалағы бал, 2 сәй ҡалағы косметик вазелин ( ул дарыуханаларҙа һатыла).
Барыһын да бергә һалып, ҡалаҡ менән ныҡ ҡына бутарға. Әҙер битлекте һыуытҡыста һаҡларға.
Биткә ярты сәғәткә һылап, аҙаҡ мамыҡты минераль һыуға манып, биттә ҡалғанын һөртөп алырға.

 Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:
Читайте нас