*Барлыҡ емеш-йәшелсәне һыуытҡыста һаҡламаһаң да була. Бүлмә температураһында һаҡлана торғандары – авокадо, абрикос, банан, цитруслылар, һарымһаҡ, киви, ҡауын, нектарин, һуған, груша, персик, слива, ананас һәм бәрәңге. Ә һыуытҡыста иһә – алма, еләк, кәбеҫтә, кишер, сельдерей, сейә, ҡыяр, кукуруз, ташҡабаҡ, виноград, бәшмәк һәм йәшел тәмләткестәр.
*Фарш ҡулға йәбешмәһен өсөн уға әҙ генә үҫемлек майы ҡушығыҙ.
*Салат өсөн һыуыҡ һәм йылы аҙыҡтарҙы бергә бутарға ярамай.
*Помидорҙы целлофан пакетта һаҡламағыҙ, сөнки этилен уны тиҙ серетә.
*Имбирҙы һыуытҡыстың туңдырыу бүлегендә һаҡлау яҡшы.
*Лимондан күберәк һут алыу өсөн, уны 5 минутҡа ҡайнар һыуға һалып торорға кәрәк.
*Әгәр термоста сит еҫ барлыҡҡа килгән икән - зарар юҡ: уға бер-ике ҡалаҡ дөгө һәм һыу һалып, бер-нисә тапҡыр яҡшы ғына итеп болғатырға кәрәк. Һуңынан ҡайнар һыу менән сайҡатып алырға онотмағыҙ.
*Ҡулланылып бөтмәгән һуғанға ниндәй ҙә булһа май һөртөп ҡуйығыҙ - ул сифатын юғалтмаясаҡ.
*Асылған томат пастаһын, уның ҡапкасына әҙ генә ҡоро гәрсис (горчица) һөртөп, йәки өҫтөнә ваҡ тоҙ менән май һалып, күгәреүҙән һаҡларға була.
*Шиңгән йәшелсәләрҙе (үләндәрҙе) тәүҙә ҡайнар, унан һалҡын һыуға тығып алып “терелтергә” була.
*Ҡаты итте квас, әсегән һөт, ҡыяр, кәбеҫтә һәм сөгөлдөр тоҙлоғонда (рассол) тотһағыҙ - ул йомшарасаҡ.
*Балыҡты бер-ике көн дауамында һыуытҡыста ла һаҡларға була. Эсен алып, эре тоҙ менән эсен-тышын ышҡығыҙ һәм шәкәр ҡушылған аш һеркәһенә (0,5 л һеркәгә 1-2 киҫәк шәкәр) манылған сепрәккә төрөп ҡуйығыҙ.
*Һөттә бешкән тәмле бутка ашағығыҙ килһә, дөгө, тары, һоло кеүек ярмаларҙың һөттә һыуға ҡарағанда оҙағыраҡ бүрткәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шуға күрә уларҙы алдан һыуҙа бүрттереп, унан һөттә бешереп алырға кәрәк.
*Асыҡ кәстрүлдә бешергәндә ризыҡтың 20 процент тирәһе витамины юҡҡа сыға икән, ә кәстрүлде ябып бешергәндә был һан 5 проценттан артмай.
*Киҫелгән лимон кибә башлаһа, уны һалҡын һыуға һалып торорға кәрәк.
*Бешергәндә татлы боростоң орлоҡтарын ташламағыҙ. Йыйып киптерегеҙ. Ҡышын уны ризыҡҡа ҡушырға була. Ысынында боростоң орлоғонда үҙенә ҡарағанда ла файҙалы матдәләр күберәк һәм ул ризыҡҡа хуш еҫ бирә.