Мораҙым
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль , 16:05

Халыҡ өсөн эшләй ул

РФ Дәүләт Думаһында халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаған Зариф Закир улы Байғусҡаров – иң әүҙем эшләгән депутаттарҙың береһе. Был уның үҙенә ҙур ышаныс күрһәткән округта йыш булыуында ла асыҡ күренә. Илебеҙҙең баш ҡалаһы менән Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары араһын бушҡа тапамай яҡташыбыҙ – һәр ҡайтыуында мотлаҡ халыҡ менән осраша, уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Әйткәндәй, уға уның округында йәшәүсе халыҡ ҡына мөрәжәғәт итмәй - башҡа ҡала, район кешеләренең уға мөрәжәғәт итеп, аныҡ ярҙам алғанын күп тапҡырҙар ишеткән бар. 

Халыҡ өсөн эшләй ул
Халыҡ өсөн эшләй ул

Бөгөн Зариф Закир улы Йомағужа һыуһаҡлағысында, Йомағужа 2-се урта мәктәбендә булды. Артабан Мораҡ ауылының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә район активы - төрлө ведомстволар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты һәм үҙенең уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. 

 Артабан депутат район "Ир-егеттәр ҡоро" ағзалары менән көнүҙәк темаларға әңгәмә ойошторҙо. Сара аҙағында граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Зариф Закир улының эш сәфәре хаҡында һәм уның эшмәкәрлеге хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанындап уҡырһығыҙ. 

Автор:
Читайте нас