Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль , 11:25

Утлы юлдар үткән яугирҙың эштәре уң булһын!

Украинала  махсус хәрби операция башланғас, тыуған иле өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булған ысын ир-егеттәр ил мәнфәғәттәрен яҡлар, ил сиктәрен һаҡлар өсөн ҡулына ҡорал алды. Күп яугирҙар утлы юлдар аша үткәндә яу яландарында ауыр тән яралары алһалар ҙа, көслө рухлы булыуҙары менән өлгө булып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып, ҙур хыялдар менән йәшәйҙәр. Тап шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе - Ғәли Рәхмәтуллин.  

Утлы юлдар үткән яугирҙың эштәре уң булһын!Утлы юлдар үткән яугирҙың эштәре уң булһын!
Утлы юлдар үткән яугирҙың эштәре уң булһын!

Утлы юлдар үткән яугирҙың эштәре уң булһын!

 Быуаттар буйына беҙҙең илгә үҙ ерен, Ватанын тышҡы дошмандарҙан һаҡларға тура килә. Кемдәр генә Рәсәй ерен яулап алырға маташмаған. Әммә ундай яуыз уйҙарға бер ваҡытта ла юл ҡуйылмаған. Ватаныбыҙҙың тоғро халҡы, ҡаһарман улдары илебеҙҙе һаҡлар өсөн берҙәм булып яуға күтәрелгән һәм еребеҙгә баҫып инергә ирек бирмәгән.  

 Украинала  махсус хәрби операция башланғас, тыуған иле өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булған ысын ир-егеттәр ил мәнфәғәттәрен яҡлар, ил сиктәрен һаҡлар өсөн ҡулына ҡорал алды. Хәрби хәрәкәттәр башланыуға февралдә биш йыл була,  ошо арауыҡта күп яугирҙар утлы юлдар аша үткәндә яу яландарында ауыр тән яралары алһалар ҙа, көслө рухлы булыуҙары менән өлгө булып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып, ҙур хыялдар менән йәшәйҙәр. Тап шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе - Ғәли Рәхмәтуллин.  

 Ул Бикеш ауылында Көнһылыу менән Ильяс Рәхмәтуллидарҙың күп балалы татыу ғаиләһендә тыуып үҫә. Ғәли күп тиҫтерҙәре кеүек үк ауылда хеҙмәт тәрбиәһе алып, ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп, эшһөйәр, ныҡышмал, ярҙамсыл булып буй еткерә.

 Сәйетҡол, Исем мәктәптәрендә белем ала, аҙаҡ атаһының кәңәше менән Салауат медицина колледжына уҡырға инә. Бер йыл уҡығас, Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәр өсөн әрме сафына алына. Һамарҙа, аҙаҡ Һарытау ҡалаһында айырым тәғәйенләнештәге ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып тыуған яғына ҡайтҡас, төрлө эштәрҙә эшләй: Себергә вахта ысулы менән йөрөй, төҙөлөштә тир түгә.

 Украинала махсус хәрби операция башланғас, Тыуған иленең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ҡулына ҡорал алырға ҡарар итә һәм 2023 йылда контракт төҙөп, хәрби бурысын үтәргә китә. Ғәли Рәхмәтуллин В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань гвардия юғары һауа—десант команда училищеһы базаһында әҙерлек үтә. Артабан Соледар, Бахмут ерҙәрендә барған ҡаты алыштарҙа, Курск ҡалаһында барған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. 2024 йылдың октябрендә Курск эргәһендә сираттағы хәрби заданиены үтәгәндә, яралы командирҙың ғүмерен батырҙарса һаҡлап ҡала, был ҡыйыулығы өсөн “За спасение погибавших” миҙалына лайыҡ була.

 Махсус хәрби операция зонаһында Ғәли Ильяс улы элемтәсе булып хеҙмәт итә, пилотһыҙ осоу аппаратына идара итә. Кәрәккәндә яралы егеттәргә ярҙам итеп, фельдшер бурыстарын да башҡара, үҙен ҡаһарман яугир, тоғро хәрби дуҫ итеп таныта.

 Хәрби хәрәкәттәр баҫылып, меңләгән дрондар, пулялар яуыуҙан туҡтап торған арала хеҙмәттәштәрен үҙе бешергән бөйөрөк һәм ҡоймаҡтар менән һыйлай, “Вахтаға йөрөгәндә бешеренеү серҙәренә тормош үҙе өйрәтте”, -  ти ул ундай һәләт ҡайҙан тигән һорауға.  Яугирҙар өй йылыһы һаҡлаған  ризыҡтар менән һыйланғанда тыуған йорттарын, яҡындарын иҫләп, хәрби бәрелештәрҙең тиҙерәк тамамланыуы һәм өйҙәренә тиҙерәк ҡайтыу тураһында хыяллана.

 2024 йылдың 10 декабрендә яҡташыбыҙ ҡаты яралана. Сираттағы хәрби заданиеға китеп барғанда улар китеп барған машинаны дрон ҡыуып етә. Ул Ғәли ултырған яҡта шартлай һәм яугирҙың уң ҡул суғын өҙә, битен йәрәхәтләй.

 Яугир Рыльск, Курск, Мәскәү ҡалаһындағы академик Н.Н.Бурденко исемендәге баш клиник госпиталдә дауалана, һуңғыһында уға операция ла эшләйҙәр. Артабан “Вороновское” Мәскәү медицина клиник үҙәге базаһында эшләгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн протезлау һәм комплекслы реабилитациялау үҙәгендә дауаланыу курстары үтеп, тыуған яғына уҙған йылдың майында ғына ҡайта.

 Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, Ғәли Ильяс улы өсөн тормош туҡтап ҡалмай, киреһенсә хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, район тормошонда әүҙем ҡатнаша, тыныс тормошҡа яраҡлашып, үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай: инвалидтар ойошмаһы уҙғарған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнә, джакколо, шаффлборд, армрестлинг буйынса район ярыштарында призлы урындар ала, шахмат менән ҡыҙыҡһына, ГТО нормативтарын та тапшырған.

 Хәрби хәрәкәттәр ветераны “Ватанды һаҡлаусылар” фондының райондағы социаль координаторы Эльза Теүәлбаева, район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге менән берлектә “Батырлыҡ дәрестәре” уҙғара. Ғәли Ильяс улын һәр ерҙә көтөп алалар, ул Башҡорт гимназияһында, йәйгеһен “Мораҙым” балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгендә балалар менән осрашҡан, үҙенең хәрби юлы тураһында һөйләгән.

  Ауыл тормошон белеп, хужалыҡ эштәре менән сынығып үҫкән, мөмкинлектәре бер аҙ сикле булыуға ҡарамаҫтан, эшләргә, үҫергә, һәр мөмкинлекте файҙаланып ҡарарға дәрт итеп торған торған егет өлкән ағалары миҫалында һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды ярҙамында Яңы Хвалын утарында мал үрсетеү һәм тотоу буйынса шәхси хужалыҡ асып ебәрә: малсылыҡ биналары, “МТЗ-80” тракторы, “КамАЗ” машинаһы һатып ала, 1,5 гектар ере бар. Район хакимиәте шәхси хужалыҡты үҫтереү буйынса махсус программа буйынса уға 30 баш эре мал бүлә. Ғәли Ильяс улы ең һыҙғанып үҙе белгән, ҡулынан килгән, өйрәнгән эшенә тотона, эре һәм ваҡ мал үрсетә. 

 Әлеге мәлдә уның хужалығында ике малсы, бер һауынсы эшләй. Киләсәктә ул ауыл хужалығын үҫтереү буйынса гранттарҙа ҡатнашырға иҫәп тота. Эштәре уң булһын!

Тик бының менән генә сикләнергә уйламай йәш ир-егет. Киләсәктә район үҙәгендә фитнес-үҙәк асырға, ауыл халҡын, бигерәк тә йәш быуынды шунда йәлеп итергә тигән уй-ниәттәр менән дә яна ул.

- Йәштәрҙе үҙеңдең шәхси миҫалыңда тәрбиәләргә кәрәк, теләге булған һәр кем үҙәктә ваҡытын файҙалы үткәрер ине, - ти әүҙем тормошто үҙ иткән хәрби хәрәкәттәр ветераны.

Был маҡсатын бойомға ашыра башлаған да инде, фитнес-үҙәктең проекты әҙер.  

 Яу яландарынан ҡайтып төшкәс тә үҙенә бер тынғылыҡ бирмәй, үҙен төрлө яҡлап һынап ҡараған, үҙ эшен асып, тағы ла яңынан-яңы идея-маҡсаттар менән янған Ғәли Рәхмәтуллиндың яҡты уй-ниәттәре мотлаҡ тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Фотолар – шәхси архивтан.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас