Мораҙым
-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль , 16:31

Йырға әйләнгән исем

Быйыл бөтә татар донъяһы һәм Муса Йәлил ижадына битараф булмаған башҡа милләт халыҡтары Советтар Союзы Геройы, патриот-шағирыбыҙҙың 120 йыллыҡ ҙур юбилейын билдәләй.  Күгәрсен урта мәктәбендә бөйөк шағирҙың юбилейына бағышлап “Йырға әйләнгән исем” тигән шиғри кисә уҙғарылды. Кисәлә уҡыусылар, татар, рус, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс класс уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытучысы Ниғмәтулла Ваһапов ҡатнашты.   Балалар герой-шағирҙың шиғырҙарына иллюстрациялар төшөрҙө, уларҙан күргәҙмә ойошторолдо, уҡыусылар һәм уҡытыусылар Муса Йәлил шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Ниғмәтулла Хәмиҙулла улы шағирҙың тормош юлы һәм ижадына арналған бик фәһемле әңгәмә ойошторҙо. Уның ижадын яҡтыртҡан уникаль фотолар, брошюралар менән таныштырҙы, “Моабит дәфтәрен” күрһәтте.

Йырға әйләнгән исем
Йырға әйләнгән исем

 Февраль башында ауылыбыҙҙың клуб, ауыл хакимиәте эшсәндәре, уҡытыусылар делегация менән шағирҙың тыуған ауылына барып, уға арналган музей менән танышып, бик күп фото-материалдар алып ҡайттылар. 

 Мәктәптә үткәрелгән кисә бик йәнле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Барлыҡ халыҡҡтарҙың һөйөклө улы  Муса Йәлилдең исеме тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Шағир үҙенең бөтә ғүмерен тыуған иленә, туған халҡына бағышлай. Уның бөтә тормошо — героик тормош ул. Шиғырҙары беҙҙе һәр бер көндөң ҡәҙерен белергә, ваҡытты илеңә, халҡыңа, ғаиләңә файҙалы итеп үткәрергә саҡыра.

Һин йәшәмә ерҙә файҙаһыҙ бер
Түмгәк булып тигеҙ урында.
Янып ҡалһын ғүмерең, маяҡ булып
Үҙеңдән һуң килгән быуынға.

 

Фәйрүзә ИСКӘНДӘРОВА,

Күгәрсен урта мәктәбе уҡытыусыһы.

 

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас