40 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙ организмында ҙур гормональ үҙгәреш башлана. Был осорҙа гинекологтар тәғәйенләгән дауалау курсынан тыш, витаминдар һәм минераль өҫтәмәләр эсеп алыу ҙа кәрәк.
Коллаген
Ул – йәшлек аҡһымы. 40 йәштән һуң уның бүленеп сығыуы ҡырҡа кәмей. Һөҙөмтәлә тире ҡартая, тәрән йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Сәстәр һыныусанға әйләнә, быуындар һыҙлай.
Магний
Төп стресҡа ҡаршы минерал, гормональ тирбәлеүҙәр осоронда уның сығымы арта. Организмға был минерал етмәгәндә быуындар тартышыуына килтерә, хәүеф, ҡурҡыу тойғоһо көсәйә, йоҡоһоҙлоҡ, ҡан баҫымы күтәрелеүе күҙәтелә.
Омега–3
Ябай “балыҡ майы” ғына түгел, ә ялҡынһыныуға ҡаршы тороусы көслө агент. Күрем туҡтаған осорҙа организмда ялҡынһыныу процестары көсәйә. Был витаминдың организмда етмәһе, шуныһы менән хәүефле: тире кибә, быуындар ауырта, хәтер насарая, депрессияға бирелеү ҡурҡынысы арта.
С витамины
Был витамин оргшанизмды ҡартайыуҙан һаҡлай, коллаген бүленеп сығыуын әүҙемләштерә, ирекле радикалдарҙы нейтралләштерә, башҡа антиоксиданттарҙың йоғонтоһон көсәйтә. Уның етмәүе тиренең ҡартайыуына, тәрән йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүенә, иммунитеттың түбәнәйеүенә һәм йоғошло ауырыуҙар менән йыш сирләүгә, хроник арығанлыҡҡа һәм мускулдарҙың хәлһеҙлегенә килтерә.
Тимер
Олоғайған һайын тимер үҙләштереү насарая, ә гормональ үҙгәрештәр уны юғалтыуҙы көсәйтә генә. Тимер – гемоглобиндың үҙәк элементы, унһыҙ бик дөрөҫ туҡланған осраҡта ла күҙәнәктәр кислородһыҙ ҡала. Организмға был микроэлемент етмәгәндә даими хәлһеҙлек, әҙ генә көс төшһә лә, тын етмәү, тиренең ағарып тороуы һәм сәстәрҙең төҫһөҙлөгө, башты томан ҡаплаған кеүек тойғо, иммунитеттың ҡаҡшауы һәм йыш һалҡын тейҙереп ауырыу хас.
Цинк
Цинк – ул организмдың сәләмәтлеге. Йәш барған һайын микроэлементтарҙы үҙләштереү кәмей, ә уларҙың етмәүе күп кире процесты ҡуҙғытып ебәрә. Был микроэлемент етмәгәндә, мәҫәлән, кешенең иммунитеты насар була, йыш ауырый, яралары оҙаҡ бөтәшә, тире боҙола, тәм һәм еҫ һиҙеү юғала, төп гормондар бүленеп сығыу боҙола.
Сәс, тире һәм тырнаҡтар өсөн витамин
40 йәштән һуң сәс, тире һәм тырнаҡтар матур ҡалһын өсөн ғәҙәти туҡтланыу ғына етмәй. Әгәр ҙә сәсегеҙ ҡойола, тырнаҡтарығыҙ ҡатлауланып яй үҫә һәм тирегеҙ ҡартая икән, һеҙгә витаминдар эсеп алыу кәрәк булыр.
Тәҡдим ителгән витаминдар һәм биоактив өҫтәмәләр йәш үҙгәрешен тотҡарлап ҡына ҡалмай, йәшәү сифатын юғары кимәлдә һаҡларға ла ярҙам итә.