Дегәнәк халыҡ медицинаһында бөйөр ауырыуҙарын дауалауҙа киң ҡулланыла. Сирҙең башланғыс стадияһында нефрологтың, башҡа дарыуҙар менән бер рәттән, дегәнәк төнәтмәһе эсергә лә кәңәш итеүе ихтимал.
Дегәнәк бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыу һәм тирләтеү үҙенсәлегенә эйә. Был маҡсатта ҡулланыу өсөн 300 грамм тамырын 800 грамм ҡайнар һыуға һалып, талғын утта һыуы ике тапҡырға кәмегәнсе тоторға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һөҙөп, бер-ике ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Төнгөлөккә бер стакан эсергә лә мөмкин.
Организмдан зарарлы матдәләрҙе ҡыуып сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған дегәнәк аллергияға ҡаршы көрәштә лә ҡулланыла. Был осраҡта уны бәпембә менән бергә файҙаланыу һөҙөмтәлерәк.
Бауыр ауырыуҙарына һәм гепатитҡа ҡаршы дегәнәктең һутын файҙаланырға тәҡдим ителә. Иң яҡшыһы – май айында алынған һут. Бының өсөн япраҡтарын йыйып, һут һыҡҡыс йә ит үткәргес аша үткәрергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Бер аҙна эскәндән һуң, ете көн ял итергә һәм тағы ҡабатларға мотлаҡ. Дегәнәк һутын өс көндән артыҡ һаҡларға ярамай.
Подаграға ҡаршы көрәштең бер нисә ысулы бар.
Был осраҡта компресс, төнәтмәһе, май һәм кремдары ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә.