Бер таба бәлеш бешереү өсөн түбәндәгеләр кәрәк: 200 г аҡ май, 3 стакан он, 1 стакан шәкәр, яртышар балғалаҡ тоҙ менән сәй содаһы, 500 г эремсек, 4 йомортҡа, эслек өсөн йәнә 1 стакан шәкәр ҡомо.
Эслек өсөн эремсеккә йомортҡа, шәкәр һәм ванилин ҡушып, блендер менән бутайһың.
Ҡамыр валсыҡ хәлендә була. Һыуытылған аҡ майҙы ҡырғыста ҡырып, уға шәкәр, он, сода һәм тоҙ ҡушып, бергә ыуығыҙ. Килеп сыҡҡан валсыҡтарҙың яртыһын формаға һалып, ҡул менән тигеҙләгеҙ. Өҫтөнә эслек һалып, уның өҫтөнә валсыҡтың ҡалған яртыһын һибегеҙ. 180 градус эҫелектәге духовкала 40-45 минут температурала бешерегеҙ.