Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль , 17:38

Маҡсатыбыҙ - артабан да ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә!

 Республика Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен аңлау менән ҡабул иттек. Радий Фәрит улы республика халҡына берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. “Ошо дүрт  ауыр йыл дауамында тәүәккәллек һәм берҙәмлек күрһәткән, Еңеү яулау өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгән Башҡортостан халҡына ихлас рәхмәт белдерәм”, - тине ул һәм “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән маҡсатта артабан да әүҙем эшләргә өндәне.

Маҡсатыбыҙ - артабан да ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә!
Маҡсатыбыҙ - артабан да ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә!

 Беҙҙең ауылдар халҡы махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк яҡташ яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуға, маскировкалау селтәрҙәре үреүгә, окоп шәмдәре әҙерләүгә дәррәү тотондо һәм дүрт йыл дауамында бик әүҙем эш алып бара.

 Эш бер көнгә лә туҡтағаны юҡ, йыл башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ирекмәндәр 41 селтәр үреп тә ҡуйҙы, ауылдарҙа аҙна һайын йыйылған “Йома хәйере”нә яугирҙарға кәрәк-яраҡ алына, гуманитар ылау әҙерләнә. Ауыл әүҙемдәре 51 йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп алып килде, уның 17-һе – Таңһылыу Ғафарованыҡы, Миңнур Хисмәтуллина йылы башлыҡтар текте, Гөлназ Йәҙгәрова 63 блиндаж сәйе эшләне. Госпиталгә лә ярҙам итәбеҙ, дауаханала кейергә уңайлы күлдәктәр тегеп оҙатабыҙ. Ошо темпты кәметмәй, артабан да ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барырға, яугирҙарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп торорға, тигән ниәттәр менән йәшәйбеҙ.  

Автор: Розалия Искужина
Читайте нас