Илүзә Ниғәмәтуллина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе 2026 йылға мөһим бурыстарҙы билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә айырым иғтибар бирелде.
Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ижади энергияһын яугирҙарҙың рухын күтәреүгә йүнәлтергә һәм уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Беҙҙең райондың ижади коллективтары был йәһәттән бик әүҙем эш алып бара, даими рәүештә хәйриә концерттары ойошторола, унан йыйылған аҡсаларға яугирҙарға кәрәк-яраҡ алына һәм райондан киткән гуманитар ярҙам менән ебәрелә, ауыл мәҙәниәт усаҡтарында, музейҙарҙа маскировкалау селтәрҙәре үрелә, гуманитар ярҙам йыйыуға беҙҙең эшсәндәр һәр саҡ әүҙем ҡушыла.
Яңы йыл алдынан аталары хәрби операцияла булған балалар өсөн район хакимиәте башлығының шыршы байрамы уҙғарылды, балаларға беҙ әҙерләгән тамаша бик оҡшаны.