Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар , 10:21

Өләсәйем өйрәткәндәрҙән

*Ир-ат кейемдәрен, балалар кейемдәрен иҙән йыуғысы итмәгеҙ. Ауырыу ҡағылыр. *Кәрәкмәгән кейемдәрҙе яғырға, ярылған сынаяҡ, эшкинмәгән нәмәләрҙе ташларға. Ярыҡ сынаяҡ менән сәй эсмәҫкә – бәхетең китек булыр.

🌀 Керҙәрҙе айырып алып, тап-таҙа итеп йыуып, ҡат ҡат сайып, ҡағып, тиҫкәре яғын әйләндереп, билдәле бер тәртиптә элегеҙ.
Мәйеттең керҙәре генә һығылмаҫ, әйләндерелмәҫ, шул көйө эленер.
🌀 Ир-аттың керҙәрен яғаһынан йыуа башларға кәрәк. Ил өҫтөндә, ауыл, кешелар араһында абруйлы булыр, һүҙе үтер.
🌀 40 көнөнә тиклем сабый баланың керҙәрен өйҙә, йәй көндәре ышыҡ урында, кеше күҙе күрмәҫ ергә элергә кәрәк.
🌀 Кер бауы таҙа, аулаҡ ерҙә булһын. Нәмә ҡағылдырып аяҡ аҫтында тормаһын.
🌀 Эске кейемдәр ҙә ышыҡ ерҙә киптерелһен. Кеше күҙенең энергияһы, зәхмәте күрмәҫ ерҙә.
🌀 Ир-ат кейемдәрен, балалар кейемдәрен иҙән йыуғысы итмәгеҙ. Ауырыу ҡағылыр.
🌀 Кейемдәр, ғөмүмән, һауыт-һаба, мебель кеүек әйберҙәрҙә сама тигән нәмә кәрәктер. Исраф – оло гонаһ. Шуның өсөн артыҡ әйбер алыу тыйыла. Кейемдәр ҙә әҙ булырға тейеш. Уларҙы ямап кейеү сауаплы эш. Борон 7 тапҡыр ямалһа, сауаплы ғәмәл булған.
🌀 Өй эсен таҙа тотоғоҙ, кейемдәрҙе элегеҙ, тупһа алдына ҡый өйөп һалмағыҙ. Фәрештәләр инмәҫ.
🌀 Кәрәкмәгән кейемдәрҙе яғырға, ярылған сынаяҡ, эшкинмәгән нәмәләрҙе ташларға. Ярыҡ сынаяҡ менән сәй эсмәҫкә – бәхетең китек булыр.
🌀 Бала тәтәйҙәре, кейемдәре иҙәндә туҙып ятмаһын. Йыуып, йыйып өҫтә тотоғоҙ.

Автор:
Читайте нас