

Ябай ауыл малайы ул. Ярты йыл эсендә һуғыштың бар михнәтен үҙ елкәһендә татып, ғүмерлеккә йән һәм тән йәрәхәте алып ҡайтһа ла, рухы менән көслө, ҡорос үҙәкле икәнлеге беленеп тора. Киләсәккә ҡуйылған маҡсаттары нигеҙле, уй-ниәттәре яҡты яугир егеттең.
Күгәрсендең иң һылыу ҡыҙҙарының береһе менән ҡауышып, Мораҡ ауылы менән яҙмышын бәйләгән Илнар Илдар улы 1999 йылдың 17 июлендә күрше Ейәнсура районының Иҙәш ауылында тыуған. Бала һәм үҫмер сағы Ишемғол ауылында үтә уның. Ябай эштә эшләп, ишле мал аҫрап ғүмер итеүсе әсәһе һәм үгәй атаһы тәрбиәһендә үҫкән Илнар ҙа ауыл эше менән бар яҡлап сынығып буй еткерә. Ишемғол ауылы мәктәбендә уҡығанда спортҡа әүәҫлеге менән айырылып тора. Көтөүе менән йылҡы тотҡан егет район һабантуйҙарында ат сабыштарында ҡатнашып, һәр саҡ еңеүҙәр яулай. Таһыллыҡ, яугирлыҡ, еңеү сәме уның шул осорҙа уҡ ҡанына, булмышына һеңә.
Илнарҙың бер туған ҡустыһы Винер әлеге ваҡытта себергә вахта менән йөрөп эшләй, һеңлеһе Гөлмира мәрхәмәтле һөнәр һайлаған - Салауат медицина колледжында белем ала. Туған йәнле, киң күңелле егет Мораҡта йәшәһә лә, әсәһенең, яҡындарының даими хәлен белешеп тора, Ейәнсура-Күгәрсен араһында эҙен һыуытмай.
... 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә, дәрте ташып торған егеттең башына уй төшә. Яҡын дуҫтары, ике туған ағайҙары, ҡустылары бер-бер артлы махсус хәрби операцияға йүнәлгәс, ҡыйыу йөрәкле Илнар ҙа шул уҡ йылдың октябрендә контракт төҙөп, үҙ ирке менән оло юлға ҡуҙғала. Ул быны Ватан алдындағы изге бурысын үтәү мөмкинлеге итеп ҡабул итә.
- Яуға ингәнсе тәүҙә тәжрибәле спецназсылар ҡулы аҫтында хәрби әҙерлек үттек. Бер ай эсендә һәр нәмәгә төшөндөрҙөләр, рухи һәм физик яҡтан ныҡлыҡҡа һынанылар, - тип әйтеп алды ул.
Махсус хәрби операция биләмәһендә штурмлаусыларҙың иңдәренә бар ауырлыҡ төшөүе, иң мөһим хәрби заданиелар йөкмәтелеүе тураһында хәҙер күптәрегеҙ хәбәрҙар, моғайын. Һәр саҡ уяулыҡ һаҡлап, өҫтәренә ҡурғаш ямғыры яуғанда ла артҡа сигенмәйенсә алға атлап, һәр аршин ерҙе, һәр “ҡалҡыулыҡ”ты йәндәрен аямайынса тир һәм ҡан менән яулаусы ла улар, дошман пуляһына күкрәген ҡуйып, тиҫтәләгән, йөҙләгән һалдаттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыусылар ҙа улар. Илнар ҙа, стрелок-штурмлаусы булараҡ, Донецк өлкәһендә барған ҡыҙыу алыштарҙа дошманға һөжүмгә ташланып, алғы һыҙыҡта үҙен ысын ҡаһарман, хәрби иптәштәре өсөн йән атып тороусы тоғро дуҫ итеп таныта, Бахмутты азат итеү өсөн утлы көрәштә күрһәткән батырлығы айырым награда менән баһалана.
- Алғы һыҙыҡта иң ауыры нимә булды? – тип һорарға баҙнат итәм яугирҙан.
- Штурмовиктарҙың ҡулында ике мөһим ҡорал – мылтыҡ һәм көрәк. Алға ынтылған һайын дошман утынан йәшенер өсөн урын әҙерләйһең, яңы окоп ҡаҙыйһың. Ауыл малайына бының бер ауырлығы юҡ. Иң ауыры – яуҙаш егеттәрҙе юғалтыу, быға бер нисек тә күнеп тә, өйрәнеп тә булмай, - тип яуапланы ул.
Көслө алыштарҙың береһендә дошман пуляһы батыр егеттең үҙен дә аямай, һул яҡ ҡул суғын өҙә. “Тәүҙә нимә булғанын аңғарманым да, һуңыраҡ әрнеп һыҙлап китте,” – нисек яраланыуын хәтерләп алды утлы мәхшәрҙән иҫән ҡалыуын бер мөғжизә, Хоҙай бүләге тип һанаусы егет.
Анапала госпиталдә ятҡанда һәр һалдаттың ғүмере өсөн көрәшеүсе аҡ халатлыларҙың тырыш хеҙмәтен күреп Илнарҙың ауыртыныуҙары, һыҙланыуҙары баҫылғандай була. Ил Президенты һәм РФ Оборона министрлығы исеменән оло рәхмәт еткереп, түшенә “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалын ҙурлап тағыуҙары ла яуҙаштарын юғалтыу ғазабынан әрнегән яралы йөрәгенә йәшәү дәртен өрә.
Госпиталдән һуң тағы ла мөһим хәрби бурыстар үтәп, 2023 йылдың май аҙағында тыуған яғына ҡайта. Утлы яуҙан ҡайтҡас, тыныс тормошҡа өйрәнеп китеүе, ай-һай, кемгә лә еңел булмай. Илнар ҙа Өфө ҡалаһында дауаланыу курстарын үтә.
- Бушлай протез бирҙеләр, “тимер ҡул”ға ла яйлап өйрәндем. Медицина ярҙамы ҙур, реабилитация үҙәктәрендә ярты йыл һайын дауаланып сығырға мөмкин. Әммә минең өсөн тыныс тормош, ауылдың саф һауаһы – ысын дауа, - ти ул.
Кәләш алып матур ғаилә ҡорғас, хәрби пенсияһын юллап, ҡулына хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығын алғас, күңеле бер аҙ тынысланып, тормоштоң бар йәмен тойоп йәшәргә күнегеп китә.
Кәләш тигәндән... Ерекле ауылы һылыуы – Әлфиә Дәмин ҡыҙы һәм Рәфис Рәис улының эшһөйәр ғаиләһендә тәрбиәләнгән Гөлгөнә менән ул махсус хәрби операцияға киткәндә интернет аша таныша. Сибәрлеге менән арбаған ҡыҙҙы сәхифәһенә дуҫтар исемлегенә теркәп, “иҫән-һау ҡайтһам, яҡындан танышасаҡмын” тип үҙенә һүҙ бирә. Госпиталдә ятҡанда ла һылыуҙың яҙған йылы һүҙҙәре, аҡ теләктәре яугирҙың йөрәгенә май булып яғыла. Ажарлы дошман пуляһынан иҫән ҡотолорға ла, бәлки, үҙен өҙөлөп көтөүсе һылыуҙың һәм әсәһе Гөлфиә Сәмирхан ҡыҙының изге доғалары, ихлас теләктәре ярҙам иткәндер.
Яу ҡырынан ҡайтып төшкәс тә, йәштәр йәмле йәйҙә ҡауышып никах уҡыттыралар, аҙаҡ Ейәнсура менән Күгәрсен араһында туй гөрләтәләр. Бер-береһе өсөн яратылған матур пар 2023 йылдың сентябренән Мораҡ ауылында йәшәй. Күңелдәренә ятҡан ошо төбәктә төпләнеп, киләсәктә ул-ҡыҙҙар табып, ғүмер юлын лайыҡлы үтергә – уларҙың яҡты уй-ниәте, матур хыялы.
Илнар әлеге ваҡытта һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Буласаҡ икенсе яртыһы менән танышҡанда Иҫәнғолда һатыусы булып эшләгән Гөлгөнә хәҙер Мораҡ ауылындағы “Уралҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы һөнәрен яуаплылыҡ тойоп башҡара. Осҡонло муйыл күҙҙәренән үк йәшлек дәрте, йәшлек наҙы бөркөлгән һылыу төркөмдә бергә-бергә эшләгән тәрбиәселәрҙең уң ҡулы, ҙур ярҙамсыһы. Сабыйҙарҙың йөрәгенә лә асҡыс ярата белгән намыҫлы эшсәндән, һис шикһеҙ, киләсәктә хәстәрлекле, изгелекле әсә сығыр әле.
Ғаиләһе барҙың – тылы ныҡ, тиҙәр халыҡта. Яу ҡырынан ҡайтып төшкәс үк һөйөклөһө менән ҡауышып, үҙ ояһын ҡорорға тәүәккәлләгән ҡыйыу Илнар Рәхимҡоловтоң яҡты уй-хыялдары тормошҡа ашыр тип ышанғы килә. Мөһабәт йорттар ҙа һалырҙар, ярһыу йәшлегендәге кеүек, бәлки, йылҡыһын тағы ла үрсетеп ебәрер. Иң мөһиме – йөрәгендә йәшәргә дәрт-ялҡыны, эргәһендә хәстәрлекле йәнле кәләше, яҡындары, үҙе кеүек утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан ышаныслы дуҫтары бар. Ныҡлы һаулығы ғына булһын!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор һәм шәхси архивтан алынған фотолар.