Мораҙым
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар , 17:13

Ғүмер юлдарынан парлы үтеү - ҙур бәхет

Күгәрсен ауылында тигеҙ, парлы ғүмер кисергән, бер-береһенә терәк булып йәшәгән бәхетле ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе — Гөлсөм Ғөбәйт ҡыҙы менән Камил Ғәлиулла улы Ваһаповтар. Быйыл уларҙың иңгә-иңде терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 64 йыл тула.

Ғүмер юлдарынан парлы үтеү - ҙур бәхет
Ғүмер юлдарынан парлы үтеү - ҙур бәхет

“Беҙ бик тә бәхетлебеҙ, Аллаға шөкөр”, — тип һәр көнгә ҡыуанып йәшәйҙәр Гөлсөм апай менән Камил ағай.

 Ваһаповтар дүрт ҡыҙ үҫтергән, һәр береһенә матур тәрбиә биргән, оло тормош юлына баҫтырған. Бөгөн улар — ун ейән-ейәнсәргә, ун ике бүлә-бүләсәргә яратҡан өләсәй-олатай. Ҡыҙҙарының барыһы ла район үҙәгендә төпләнгән, татыу ғаиләләр ҡороп, матур балалар үҫтереп, үҙҙәре лә инде өләсәй-олатай булған. Шундай ипле, егәрле, уңған ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерә алған был парға һоҡланмай мөмкин түгел. Татыу, эшһөйәр ғаиләлә генә шундай уңған балалар үҫәлер ҙә инде. Хеҙмәткә һөйөү менән үҫкән балаларға тормош юлдарын да үтеү еңелерәк. Бәләкәйҙән туғандарын туған итергә өйрәнеп үҫкән ҡыҙҙар аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, бер-береһенә терәк булып йәшәү тормошҡа бәрәкәт, шатлыҡ һәм нур өҫтәй.
 Камил ағай менән Гөлсөм апай һис тә ҡартайыуҙы белмәйҙәр. Туғыҙынсы тиҫтәгә яҡынлашһалар ҙа, улар бер тик ултырмай: донъя көтәләр, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр, тормошҡа шатланып, шөкөр итеп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары, кейәүҙәре һәр ял һайын ҡайтып, ата-әсәләренең хәлен белешеп, ярҙам итеп тора. Бар эштәрҙе лә бергәләп башҡаралар, бергәләп ял итәләр. Балаларының изгелектәрен күреп, тигеҙ ғүмер кисергән ауылыбыҙҙың күркәм пары улар — Гөлсөм апай менән Камил ағай.. Тәү ҡарашҡа ябай ғына ғаилә, маҡтанырға ла, маҡталырға ла яратмайҙар. Ләкин улар маҡтауға лайыҡ, үрнәк итеп күрһәтелергә тейеш парҙар!

 

Автор:
Читайте нас