

Янғын арҡаһында дүрт кеше йәшәгән торлаҡ йортҡа ҙур ғына зыян килә, йорт ҡаралтыһы юҡҡа сыға. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы иҫкәртә:
*электр приборҙарын тоҡанған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
*көнкүреш техникаһын төнгөлөккә йәки өйҙән сығып киткәндә һүндерергә онотмағыҙ;
*төҙөк электр ҡорамалдарын ғына ҡулланығыҙ;
*янғын иҫкәрткестәр ҡуйығыҙ;
*балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
*янғын сыҡһа, 101 йәки 112 телефонына шылтыратығыҙ.