Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар , 10:16

Кәңәштәр

Раковинала һыу насар китә башлаһа уның эсенә ярты стакан сода һәм ярты стакан аш һеркәһе ҡойоғоҙ.

❗Кухнялағы алама еҫте бөтөрөү өсөн табала бер аш ҡалағы уксусты парланып бөткәнсе ҡайнатығыҙ. Бер еҫ ҡалмаҫ.
❗Велосипедта яланаяҡ йөрөргә яратаһығыҙмы? Педалдәренә һауыт-һаба йыуған губкаларҙы йәбештереп ҡуйығыҙ. Аяҡтарығыҙ өсөн бик уңайлы буласаҡ.
❗Раковинала һыу насар китә башлаһа уның эсенә ярты стакан сода һәм ярты стакан аш һеркәһе ҡойоғоҙ.
❗Йомортҡа еңел әрселһен өсөн уны бешергән һыуға әҙерәк сода өҫтәгеҙ.
❗Сүп-сар һауытынан йыш ҡына алама еҫ сыға башлай. Был айырыуса емеш-еләк, йәшелсә миҙгелендә була. Шуға күрә сүп-сар моҡсайын алмаштырыу менән уның төбөнә тәүҙә гәзит түшәгеҙ. Был биҙрәгеҙҙе алама еҫтән һаҡлар.
❗Ҡулығыҙға супер клей йәбешһә, уны вазелин менән һөртөп бөтөрөгөҙ.
❗Нимәнелер буяғанда кисточкала артыҡ буяҡ ҡалмаһын өсөн, уның банкаһына арҡыры итеп сәс резинкаһын ҡуйығыҙ. Был һеҙгә буяҡты түкмәй-сәсмәй ҡулланырға ярҙам итер.

Автор:
Читайте нас