Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар , 11:20

Үҙҙәре лә, эштәре лә күркәм

 Һәр бер ауыл үҙенсә матур, йәмле. Әммә уның төп байлығы – унда йәшәүсе татыу, эшһөйәр һәм тырыш халҡы. Күгәрсен ауылында күркәм итеп донъялар көткән, лайыҡлы ғүмер кисергән, матур балалар үҫтергән ғаиләләр бик күп. Уларҙың күбеһе тыныс ҡына донъяларын алға алып бара, кеше алдында ҡыланмай, үҙҙәрен артыҡ күрһәтмәй генә матур итеп донъя көтөп, башҡаларға үрнәк булып тора. Ваһаповтар ғаиләһе тап шундайҙарҙың береһе лә инде. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына, бик тыйнаҡ һәм эшһөйәр ғаилә. Әммә яҡынданыраҡ танышһаң, уларҙың оло йөрәкле, мәрхәмәтле, кешеләргә ярҙам итергә әҙер булған изгелекле кеше булыуҙарын  аңлайһың.

Үҙҙәре лә, эштәре лә күркәмҮҙҙәре лә, эштәре лә күркәм
Үҙҙәре лә, эштәре лә күркәм

Ғаилә башлығы Тәлғәт Сәғит улы 40 йылға яҡын водитель булып эшләй, үҙ һөнәрен, үҙ бурыстарын оло намыҫ менән башҡарған эшсәнде етәкселек тә, хеҙмәттәштәре лә бик ихтирам итә. Эштән, оҙон юлдан арып-талып ҡайтҡан ирен өйҙә һәр саҡ тоғро тормош юлдашы Тәнзилә Шамил ҡыҙы ҡайнар ашы, алсаҡ йөҙө һәм тәмле һүҙе менән ҡаршы ала. Ваһаповтар өс балаға ғүмер бүләк итәләр, уларҙың барыһы ла хәҙер башлы-күҙле, үҙҙәренең ояһын ҡороп, матур итеп донъя көтәләр, үҙҙәре балалар үҫтерәләр. Ағайҙың әсәһе Хәмдиниса инәйҙе, Тәнзилә апайҙың ата-әсәһен дә олоғайған көндәрендә матур итеп ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаталар.

 Ваһаповтарҙың күңел йылыһы ата-әсәһенә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, ә туғандарына ла етә. Әлеге көндә улар Тәнзилә апайҙың бер туған апаһы Хәлитова Наилә Хөснулла ҡыҙын үҙ тәрбиәһенә алған. Ул згелекле һылыуы менән кейәүе хәстәр-иғтибарында йәшәй. Күптәр үҙ ата-әсәһенә лә иғтибар бүлергә тарһынған заманда бындай күренеш уларҙың ни тиклем оло йөрәкле һәм киң күңелле кешеләр булыуы тураһында һөйләй. Күгәрсендең күркәм ғаиләһе Тәнзилә апайҙың ҡустыһына ла оло бер терәк–таяныс. Ҡасандыр сәхнәләрҙе гөрләтеп матур итеп йырлаған, өҙҙөрөп гармунда уйнаған, халыҡҡа йыр-моң таратҡан кеше яҙмыш ҡушыуы буйынса кеше хәстәренә мохтаж. Ваһаповтар айырым бүлмә бүлеп биреп, уға уңайлы шарттар тыуҙырған һәм үҙҙәренең ни тиклем мәрхәмәтле булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлаған. Ә бит бындай мөнәсәбәтте бер ниндәй аҡсаға ла, бер нидәй байлыҡҡа ла һатып алып булмай. Ул кешенең ихласлығына, йөрәгенең ни тиклем ҙур, күңеленең ни тиклем киң булыуына бәйле.  

 Бына шундай үҙҙәре лә, эштәре лә, холоҡ-фиғелдәре лә күркәм  кешеләр йәшәй Күгәрсен ауылында. Уларҙың үҙҙәренә Аллаһы Тәғәлә һаулыҡтың нығын, ғүмерҙең оҙонон, бәхет-шатлыҡтың мулын бирһен.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас