Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар , 04:50

Дөрөҫ туҡланайыҡ!

“Үҫмер сағымды хәтерләйем дә, хайран ҡалам: ул ваҡытта көс-ҡеүәтем ташып тора ине, әле  бер яҡтан ҡарағанда ҡартайырға иртәрәк тә һымаҡ, нимә инде 40-50 йәш, әммә үҙемде әбейҙәр һымаҡ һиҙәм – хәл юҡ, йүнләп ҡыбырлағы ла килмәй, ятып ҡына торғом килә...” Хәҙер күптәрҙең ауыҙынан яңғырай бындай һүҙҙәр.  Ысынлап та, беҙгә нимә булды? Ни өсөн ут сәсрәтеп торорлоҡ йәштәгеләр үҙҙәрендә шундай арыу, талсығыу һиҙә? Ошо һорауҙарға яуап...

Дөрөҫ туҡланайыҡ!Дөрөҫ туҡланайыҡ!
Дөрөҫ туҡланайыҡ!

“Үҫмер сағымды хәтерләйем дә, хайран ҡалам: ул ваҡытта көс-ҡеүәтем ташып тора ине, әле  бер яҡтан ҡарағанда ҡартайырға иртәрәк тә һымаҡ, нимә инде 40-50 йәш, әммә үҙемде әбейҙәр һымаҡ һиҙәм – хәл юҡ, йүнләп ҡыбырлағы ла килмәй, ятып ҡына торғом килә...”

Хәҙер күптәрҙең ауыҙынан яңғырай бындай һүҙҙәр.

 Ысынлап та, беҙгә нимә булды? Ни өсөн ут сәсрәтеп торорлоҡ йәштәгеләр үҙҙәрендә шундай арыу, талсығыу һиҙә? Элекке һымаҡ хәрәкәт булмау (күп эште хәҙер техника ярҙамында ғына атҡарабыҙ), күберәк ултырып эшләү, насар экология – һанай китһәң, сәбәптәр күп. Шуларҙың береһе – дөрөҫ туҡланмау. Белгестәр раҫлауынса, беҙ көндәлек аҙыҡ-түлек менән күпме химик матдәләр ҡабул итеүебеҙҙе һәм уларҙың организмға зыяны хаҡында үҙебеҙ ҙә күҙ алдына килтермәйбеҙ. Оҙаҡ йылдар табип-терпевт булып эшләүсе танышым был хаҡта бына нимә ти: “ 25 йыл дауамында үҫмерҙәрҙең һаулығын күҙәткәндән һәм тикшергәндән һуң уларҙың туҡланыуында бик күп етешһеҙлектәр күрҙем. Күп ата-әсә бер ниндәй файҙаһы булмаған аҙыҡ-түлек һатып ала. Урыҡ-һурыҡ ҡапҡылап йөрөгән бала йыш ҡына бар ғаилә менән бергәләп төшкө һәм киске аштарҙы ашауҙан баш тарта, һөҙөмтәлә үҫеп килеүсе организм үҙенә бик кәрәкле аҡһым, кальций һәм витаминдарҙы кәрәкле күләмдә алып еткермәй. Кәүҙә ауырлығы етешмәй, дистрофия, милләттең генофонды насарлана.

Ә бит милли туҡланыу традицияларыбыҙ һаҡланған ғаиләләрҙә үҫкән балалар физик яҡтан күпкә нығыраҡ, теләһә ниндәй сиргә бик бирешеп бармай. Ата-бабаларҙан ҡалған милли аш-һыу ҡағиҙәләренә таянып, ғаиләлә традицион туҡланыуҙы ғәҙәткә индерергә кәрәк. Был организмдың генетик хәтерен уятып, уны нығытасаҡ.

 Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары аҡһым, май, углевод йәһәтенән тигеҙлек һаҡлай.  Миҫал өсөн, йылҡы итен генә алайыҡ, ул еңел ҡабул ителә, йомшаҡ, аҡһымға бай, ҡорот, ҡатыҡ, ҡымыҙ менән бергә ашағанда бик яҡшы үҙләштерелә, холестеринды кәметә, атеросклероз сирен иҫкәртә”.

 Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында. Ысынлап та, атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙең йәштә сир-сорҙоң нимә икәнен дә белмәгән, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йәшәгән, дөрөҫ туҡланған. Беҙҙең дә өҫтәлдәребеҙ ҙә үҙебеҙҙең милли аш-һыуыбыҙ – ҡымыҙ, буҙа, бишбармаҡ, йылҡы ите, ҡорот, һары май, ҡаҙы, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек һ.б. урын алһын!

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас