Әлисә МАННАНОВА
Ир-егеттәр иламай
Хикәйә
Айнур һарай башында оҙаҡ иланы. Бында һинең илағаныңды бер кем дә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә.
Тағын 23 февраль етә. Яратмай уны Айнур, башҡаларҙың аталар ы байрамға килә, ә уныҡы?..Ҡайҙа йөрөй икән? Айнурҙы бер генә күрһә, башҡа аны ташлап китмәҫ ине. Әсәһенән бер генә тапҡыр һораны ул атаһының ҡайҙалығын. Әсәһе: “Ул беҙҙе ташлап китте, Сургутта йәшәй. Уның үҙенең улы үҫә,”-тине лә карауатҡа ятып илай башланы, ә Айнур һарай башына йүгерҙе, әсәһе янында илап тормаҫ бит инде.
Нисек атайға үҙем тураһында белдерергә, бәлки ул минең барлыҡты белмәйҙер ҙә әле? Мин уға оҡшағанмын микән? Ана, Нәғим ниндәй бәхетле! Атаһы көн дә эргәһендә. Шуға ла класта иң шәп уҡыусы, ә Айнур? Әсәһе эштә, кемдән һораһын инде аңламағанын? Ә Нәғимдең атаһы булғас, әсәһе өйҙә генә тора. Тәмле-тәмле бәлештәр бешерә. Ә Айнурға улары ла һирәк эләгә шул.
Сургут ... Айнур уны картанан табып, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Бер нөктә генә, ә атаһы шунда, уның үҙ улы бар. Ә мин? Илап ятыу егет кешенең эше түгел, әсәһе күрһә ... Айнур үҙен еңеп торҙо, һыйырға бесән төшөрҙө. Кәзәне лә яратырға онотманы, уға ла бесән һалды, һыу эсерҙе, аҫтарын таҙартты. Бөтөнләй тынысланды , тик өйгә кергеһе килмәне, иптәше Шәһиттәргә барырға сыҡты. Уйланып китеп барғанда үҙе генә йәшәп яткан Мәүлихә әбей ихатаһына күҙе төштө һәм шунда йүгерҙе. Мәүлихә әбей ҡарға йығылған. Айнур хәле бөтөп килеп етте, әбейгә торорға ярҙамлашты, өйөнә алып керҙе. Әбейгә һыу индерҙе, сәй ҡайнатып эсерҙе.
Ошо көндән һуң Айнур йыш ҡына Мәүлихә әбей янына инеп, ярҙамлаша башланы. Әбей ҙә уны улым тип көтөп торор булды.
Бер көндө әбей:
-Минең дә ейәнсәремдең һинең кеүек улы бар. Тик алып ҡайтып күрһәткәне юҡ, - тине.
-Ә ҡайҙа йәшәйҙәр?
-Сургутта.
Малайҙың күҙҙәре шарҙай булды, уның атаһы ла Сургутта бит!
-Быйыл ҡайтырға уйлайҙар ҙа бит, нисек булыр инде,- тип һүҙен дауам итте әбей. Барыһына ла үҙем ғәйепле, бигерәк иркәләп үҫтерҙем шул ейәнсәремде, бигерәк...
Тик Айнур уны ишетмәй ине инде. Бәлки улар уның атаһын беләләрҙер, күргәндәре барҙыр?.. Ошо уй уға тынғы бирмәне.
Айнур әбейгә ваҡыт табып йыш кереп йөрөнө, төрлө йомоштарын үтәне. Әбей хәҙер Айнурҙы ҡыуанып ҡаршы ала, арҡаһынан һөйөп ярата ине. Ҡасаба ҙур булғас, әбейАйнурҙың әсәһен бөтөнләй белмәй ине, күргәне лә юҡ. Ә Айнур әсәһенә әйтеп тә торманы. Йәшереп кенә эшләгән изгелек бигерәк яҡшы, тип өйрәтә бит әсәһе үҙе лә.
Ә бер көндө, муйылдар, алмағастар сәскә атҡан мәлдә,
Мәүлихә әбейҙең ишек алдында бик шәп машина тора ине. “Нимә булған, әллә ейәнсәре ҡайтҡанмы?”Айнур тиҙерәк уларға ашыҡты.Тупһанан атлау менән Мәүлихә әбей: “Ана минең улым да килде, әйҙүк , улым,”- тип ярҙамсыһын түргә саҡырҙы. Айнурҙың ҡаршыһына нәҡ үҙе кеүек бер малай баҫты. Малайҙар бер-берһенә ҡарап аптыраштылар. Беренсе булып әбейҙеңейәне телгә килде: «Пап, он мне брат что ли?»
Был хәбәр ололарҙы һиҫкәндереп ебәрҙе, ниндәйҙер шомло тынлыҡ урынлашты. Беренсе булып тынлыҡты Мәүлихә әбейҙеңкейәүе бүлде:
-Әсәйеңдең, әсәйеңдең исеме нисек?»
-Нәзирә.
Ағай иҙәнгә сүкте, «Улым, » - тип Айнурҙы киң күкрәгенә ҡыҫты. Айнур ҙа, ниндәйҙер көскә бойһоноп, таныш булмаған ағайҙың ҡосағына һыйынды.
Бына ниндәй икән уның атаһы! Айнур атаһының яңаҡтары буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен ҡулдары менән һөрттө лә:
-Атай, илама, ир- егеттәр иламаҫҡа тейеш, -тип әсәһенең һүҙен ҡабатланы,–һин бит мине башҡаса ташламаҫһың бит, -тип өҫтәне.