Күҙ тейеүҙән һаҡланыу юлдары:
- Һәр саҡ Аллаһҡа, Уның ярҙамына һыйыныу.
- Иртәнге һәм киске зикерҙәрҙе, аят әл-Курси, Фәләҡ, Нәс сүрәләрен даими уҡыу.
Күҙ тейеү билдәләре:
- баланың сәбәпһеҙ илауы, бигерәк тә төнөн.
- хәлһеҙлек, баш ауыртыуы һ.б.
- йоҡлай алмауы, йәки йоҡлаған саҡта тешен шығырлатыуы (һәр саҡ түгел, теш шығырлатыу икенсе сәбәптән дә булыуы мөмкин)
- йоҡо баҫыуы һәм башҡа билдәләр була ала.
Күҙ тейһә,күҙе тейә торған кешенән тәһәрәт алдырып, һәм ул ҡулланған һыуҙы йыйып алып күҙ тейеп ыҙалаған кешегә (балаға) һөртәләр йәки һибәләр һәм өшкөрәләр. Бынан һуң Аллаһ ҡушһа шифа һәм еңеллек килә.
Аңлатмаһы - һәр кешенең үҙенә беркетелгән ен-ҡарины бар, әгәр кеше берәй нәмәгә, кешегә, хайуанға һоҡланып ҡараһа уның ҡарины тегене, мәҫәлән баланы илата, ауырыта, ыҙалата башлай, ошо - күҙ тейеү. Күҙе тейгән кеше тәһәрәтләнгән һыу менән йыуынһа, теге ен-ҡарин хужаһының еҫен таный һәм был кешене, баланы ҡалдырып китә - күҙ тейеү бөтә.
Күп кеше булған ерҙә кемдең күҙе тейгәнен белеүе ҡыйын, шуның өсөн бүлмә, өй эсендәге тәҙрә, көҙгөнө ҡулъяулыҡ, салфетка менән һөртөп берәй һауытта һыуға һалып сайҡап, шул һыу менән йыуындыраһың, һөртәһең дә Фатиха, Ихлас, Фәләҡ, Нәс сүрәләре уҡып өшкөрәһең.