

Тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, С.Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Фәндәр Академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты, әүҙем йәмәғәтсе, билдәле тарихсы Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов 1941 йылдың 7 ғинуарында беҙҙең райондың иң матур ауылдарының береһе - Ереклелә донъяға килгән.
Марат Мәхмүт улы тәүҙә тыуған ауылында, аҙаҡ Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында уҡый. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң юғары белем алыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә. 1967 йылда БДУ-ның тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, уҡыуын М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында дауам итә. 1971 йылда “Башҡортостанда 1775-1800 йылдарҙа батша сәйәсәте” темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм үҙе белем алған Башҡорт дәүләт университетына эшкә ҡайта.
Студенттарға белем биреү менән генә сикләнмәй киң ҡарашлы ғалим, ғилми һәм фәнни тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә, ғилми етәксе, тарих факультеты деканы, БР тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире, фәнни консультант та була. Уның етәкселегендә күпме кеше фән донъяһына ишек аса, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай! Үҙенең докторлыҡ диссертацияһын иһә Марат Мәхмүт улы “Башҡорт халҡының 1917-1921 йылдарҙағы милли хәрәкәте” темаһына яҙа.
Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БДУ-ның атҡаҙанған профессоры Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов Башҡортостан тарихы буйынса 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, монография, дәреслектәр яҙып, республикабыҙ тарихын мәңгеләштереүгә тиңһеҙ өлөш индерә.
1991-1996 йылдарҙа “Урал” башҡорт халыҡ үҙәген етәкләй, Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителеүенә сикһеҙ ҙур өлөш индерә. Күгәрсенлеләрҙең ғорурлығы, халҡының арҙаҡлы улы Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов хаҡындағы яҙманы гәзитебеҙҙең 3-сө һанында уҡырһығыҙ.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фото – интернеттан.