Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар , 11:05

“Берең ут булғанда, икенсең һыу булһын...”

Ҡалдар ауылында ғүмер иткән Әлмира Зөфәр ҡыҙы Мөхәмәтова менән Юлай Әхмәтғәлим улы Ишмөхәмәтов  “Ғүмер аҡҡан һыу менән бер, олоғая барған һайын уның ҡәҙере тағы ла нығыраҡ беленә”, - ти.

“Берең ут булғанда, икенсең һыу булһын...”“Берең ут булғанда, икенсең һыу булһын...”
“Берең ут булғанда, икенсең һыу булһын...”

 Күркәм парҙың гөрләтеп туйҙар үткәреп, яҙмыш һуҡмағынан бергә атлап киткән көндәренән ярты быуат ваҡыт уҙып та киткән... Тормош көтөү - йылға кисеү түгел, ярты быуат ғүмер кисергән дәүерҙә һауыт-һаба шылтыраған, күңелдәр кителгән, шатлыҡтан ҡанаттар үҫкән ваҡыттар ҙа булғандыр, шулай ҙа бер уйлы, бер маҡсатлы булып, бер ҡартлыҡты бергә ҡаршы алыу - үҙе ҙур бәхет түгелме ни?!

- 50 йыл илле көндәй ҙә тойолманы, тормоштоң ағы-ҡараһы күп булһа ла, бер һүҙле, бер уйлы булдыҡ, юҡтан ғына тауыш күтәреп, тәмһеҙләшеп ултырманыҡ, - ти Әлмира апай.

Әлмира апай менән Юлай ағайҙың иң ҙур бәхете - йәндәй күреп үҫтергән ул-ҡыҙҙары, күҙ нурҙарындай күргән ейән-ейәнсәрҙәре. Оло ҡыҙҙары Эльвира тормош иптәше Радик менән Моҡас ауылында нигеҙ ҡорған. Үҙ тырышлыҡтары менән ике ҡатлы йорт һалып сыҡҡан пар дүрт бала үҫтерә: Гүзәлиәләре Башҡорт дәүләт аграр университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, әлеге көндә райондың кадастр бүлеген етәкләй, Мәләүез һөт-технология техникумын тамамлаған Русландары Күмертауҙа эшләй,  Гөлнурҙары Аҡъяр медицина училищеһында белем ала, Рамаҙан - Исем урта мәктәбенең 2-се класы уҡыусыһы.

 Әлмира апай менән Юлай ағайҙың ҙур улдары Салауат кәләше Әлиә менән Күмертауҙа төпләнгән. Төпсөктәре Рәфил кәләше Алина менән Мәләүездә йәшәй, улар Камила менән Ралина исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.

 Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән, тип ололар белмәй әйтмәгән, Әлмира апай менән Юлай ағайҙың балалары үҙҙәре һайлаған өлкәлә тырышып эшләй, бына тигән итеп донъя көтә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас