Йоҡоң насар булһа, башың ауыртһа – ике киҫәк кәбеҫтә аша.
Ир-ат, олоғайған һайын, һуғанды күберәк ашаһын.
Тымау төшһә, йүткереү башланһа, баш ауыртһа – һуған менән бал аша.
Артроз һәм аяҡтарҙы көҙән йыйырыу – кейеҙ итектән ҡурҡа. Эсенә борсаҡ һалып та йөрөһәң, тағы ла шәп!
Туҡланғандан һуң бер киҫәк сыр сәйнәп ҡуй – тештәрең сәләмәт булыр.
Аяғыңда бәшмәк ауырыуы булһа – үлән өҫтөндә ялан аяҡ йөрө.
Алма аша – ул холестеринды ҡыуа.
Кишер һабағын сәй итеп эс – геморройҙан ҡотолорһоң.
Йүткерһәң – ҡайын һыуы менән һөт ҡатнашмаһын эс.
Һынған урындар тиҙерәк төҙәлһен тиһәң, йомортҡа ҡабығы аша.
Аяҡ табанын лимон менән ышҡы – эсеңә ауырыу инмәҫ.
Хәрәкәттә – бәрәкәт!