Миллиондан берәү
Күк йөҙөндә ус аяһындай ҙа болот күренмәй. Һауа бары тик яҙ көндәрендә генә була торған илаһи зәңгәрлектә. Гөрләүектәр, шаян малайҙар кеүек, бер-береһен ҡыуышып урам буйлап йүгерә, гөлдөр-гөлдөр килеп, оло йылғаға инеп юғала. Бөтә ерҙә яңы морон төрткән күгүлән, шартлап ярылырға етешкән бөрөләр еҫе.
Яҙ! Эй илаһи мәл! Бар ғаләм күкрәген киреп иркен тын ала, йөрәктәргә дәрт тула, яурындар кирелә, маңлай яҙыла.
Ошондай матур яҙҙа донъяға килде Шәүрә. Әммә уның яҡты донъя менән осрашыуы алда күрәсәк ҡайғы-хәсрәттәренең башы ине...
Ҡатыны бәпесләргә ауырып киткәс, Сафа эләгә-тәгәрәй ауылдағы кендек әбейенә барғайны, уныһы өйҙә булмай сыҡты. Башҡа сара юҡ, атын егә һалып күрше Хеүәлин ауылына алып китте ҡатынын. Кәләше баланан имен-аман ҡотолоп, йылы йоморсаҡ-ҡыҙсыҡты ҡулына алып, атай булыу бәхетенә сорналды ир. Дәртләнеп йөрөп урын йәтешләне, оло балаҫҡа ҡымтып төрөп ултыртып алды ҡәҙерлеләрен.
Эйек ярына килеп төртөлөү менән Сафа ҡаушап ҡалды. Ауыл янындағы күл, оло йылға менән ҡушылып, тотош Эйек туғайын баҫып алғайны. Әсә менән баланы Эйек ярында ҡалдырып, Сафа кәмәсе ҡартты эҙләп китте. Атын бабайҙың ишек алдына туғарып бәйләне лә, был икәү йылға ярына йүнәлде.
Кәмәсе ҡарт тәүҙә әсә менән баланы арғы яҡҡа сығарҙы, унан атай кеше артынан юлланды. Күпме һораһа ла, бабай ишкәктәрҙе Сафаға тоттормай, үҙе ишеүен белде. Ярға бер аҙ ғына ара ҡалғас, ни сәбәптәндер, кәмә ҡапыл ҡыйшайып китеп түңкәрелде. Ҡарт та, Сафа ла супылдашып һыуға ҡоланы. Ағым бик көслө ине, шулай ҙа йәш ир ағымға бирешергә теләмәй, ҡәһәтләнеп ярға табан йөҙҙө. Көс-хәл менән ярға сығып ергә сүгәләне. Әммә ҡарт иҫенә төшөп, урынынан торҙо, ҡурҡынған күҙҙәре менән йылға өҫтөн байҡаны. Ҡарт күренмәне. Йылға түбәненә атланы, тирәк ботағына йәбешеп торған кейемде күрҙе лә, уйлап-нитеп тормайынса һыуға һикерҙе, тирәккә табан ағып китте. Әммә ҡарт та, кәмә лә юҡ ине, аҫҡы ботаҡта кәмәсенең иҫке пинжәге генә эленеп тора. Моғайын, меҫкен шунда йәбешеп ҡотолоп ҡалырға теләгәндер. Сафаның күҙ алды ҡараңғыланды, боҙло һыу боғаҙына йәбеште. Ағымға ҡаршы көрәшерлек хәле лә, көсө лә ҡалмағайны. Йылға уны ла йотто.
Сафаның үлеменә ике ай үтеүгә ҡатыны ла гүр эйәһе булды: түше шешеп, бер аҙна тирәһе ятты ла мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Баланан һуң өҙлөгөүе үлеменә сәбәпсе булды, күрәһең...
Уйҙары ошо урынға еткәс, Шәүрә әбей ауыр көрһөндө. Ипләп кенә тороп кейенде лә тышҡа сыҡты. Яҙғы саф һауаны йотлоғоп һуланы. Ишек алдында йөрөп әйләнде. Тағы өйгә инеп урынына ятты. Бөгөн әллә нишләп рәте китеберәк тора. Йөрәге лә тибәйемме – юҡмы тигәндәй, лепелдәп торасы. Төнө буйы һаташып, уяулы-йоҡоло ятты. Элекке ғәҙәте буйынса сәйен ҡайнатып, сәй эсергә әҙерләнде. Сәйҙең бер тәмен тапманы, сәйнәгән икмәге лә көл тәмәйтә ине. Башы зәңкеп ауыртыуға түҙә алмай, тағы яҫтыҡҡа терәлде. Бөтә йәшәлгән ғүмере бер-бер артлы күҙ алдына килде. Хәтирәләр донъяһына сумды әбей.
Үкһеҙ етем Шәүрәне инәһе - атаһының бер туған апаһы ҡарап үҫтерҙе. Үҙе бер ҡасан да иргә бармаған, бала табып, бала баҡмаған кешелә лә шул тиклем наҙ, һөйөү була икән! Ҡыҙҙы үҙ балаһындай һөйөп тәрбиәләне ул, ә иң мөһиме – эшкә өйрәтте. Ишек алдында бер сүбе булмаҫ ине үҙенең. Кистән бер ҡалағы йыуылмай ҡалһа ла эсе бошор ине. Мейесе ап-аҡ, өй эсе ялтлап торор булды. Әрпешлекте, алдашыуҙы ене һөймәне. Шәүрә инәһе өйрәткән бөтә нәмәне киптергес ҡағыҙы төҫлө күңеленә һеңдерә барҙы.
Ун алтыһы тулған йылды ҡыҙҙы һоратып яусы килде. Үҙем иҫән саҡта башлы-күҙле итәйем, тинеме, әллә төшкән ере һәйбәт нәҫел, тип уйланымы – инәй кеше һүҙһеҙ-ниһеҙ риза булды. Шәүрә аңды-тоңдо шәйләгәнсе, никах уҡытып та ҡуйҙылар. Ире Шәһиҙулла ипле, аҙ һүҙле кеше ине. Нишләптер йәш ҡатын уға ылығып китә алманы. Шулай буранлы ҡыштар үтте, яҙ артынан йәй етте.
Ул көндө ҡайныһы Хәкимйән улдары Шәһиҙулла менән Мөхәммәтте алып урманға китте. Барып етеп биш-алты ағас йығып та өлгөрмәнеләр, көтөүсе Сабир эргәләренә килде.
- Ағай-эне, - тине ул тоноҡ ҡына тауыш менән. – Ысынмы, бушмы, урыҫтар бер хәбәр һөйләп китте бит әле. Герман һуғыш асҡан, тиме...
-Ай, ҡәһәрең! – тине Хәкимйән.
Барыһы ла ни тиергә белмәй ҡаушап ҡалды, эштең рәте китте, һүҙһеҙ генә йөрөп эш ҡоралдарын йыйҙылар. Аттарын егә һалдылар ҙа ҡайтыу яғына йүнәлделәр. Йығылған ағастары тырым-тырағай ятып ҡалды.
- Оло кешене – мине алмаҫтар, - тине Хәкимйән. – Мөхәммәт йәш, уға ла теймәҫтәр.
Атай кеше һүҙен әйтеп бөтөрмәне, Шәһиҙуллаға ҡараны.
- Әй, атай, - тине Шәһиҙулла, - хәбәр ысын булһа, һуғыш оҙаҡҡа барыр тиһеңме ни. Беҙҙең ил көслө, бер-ике айҙа бөрөп һалабыҙ ул ниместе!
Хәкимйән өндәшмәне, башын ситкә борҙо.
Һуғыш! Күпме баланы атаһынан, күпме ҡатынды иренән айырҙың, ҡәһәрле һуғыш! Йәшәү ҡояшын ҡапланың, йөҙҙәргә һөрөм яҡтың, ҡара ҡайғыларға һалдың! Өмөттәрҙе өҙҙөң, йәшлекте урланың! Ләғнәт һиңә, һуғыш, ләғнәт!
Һуғыш башланып бер ай үтеүгә - Шәһиҙулла, өс айҙан – аталары Хәкимйән, ә инде бер йылдан Мөхәммәт яуға китте.
Шәүрә бейеменең төп таянысы ғына түгел, иптәше лә, серҙәше лә булды. Таң һарыһынан торҙо, өйҙә лә, колхоз эшендә лә ал бирмәне, килен исеменә тап төшөрмәне. Кәңәшләшмәй тороп бер эшкә тотонманы, алдашманы, хәрәмләшмәне. Ләкин бер мәлде... Ул хәлде иҫләһә, әле лә оят булып китә. Һуғышҡа инеп бер йыл үтеүгә Шәһиҙулланың “ҡара ҡағыҙы” килде. Бөгөнгөләй хәтерендә, хат ташыусы ҡыҙыҡай Шәүрәне ҡапҡа төбөндә көтөп тороп, хатты ҡулына тотторҙо ла, бер ни әйтмәй-нитмәй, торҙо ла йүгерҙе. Ҡуҙ тоттороп киттеме ни! Шәүрә ҡалтыранып, өс мөйөшлө хатты төшөрөп ебәрҙе лә, тиҙ генә һәрмәп алып усына йомдо. Өйгә инеп торманы, туп-тура мунсаға йүнәлде. Һуҡыр лампаны көс-хәл менән тоҡандырып, түбәндәге һүҙҙәрҙе уҡыны: “Ваш муж ... пал смертью храбрых...”
Башынан йәшен булып мең төрлө уй үтте. Ҡабалана-ҡабалана, алан-йолан ҡаранып хатты яндырҙы. Ниңә улай итте - үҙе лә аңламаны. Әйтерһең, усын ғына түгел, йөрәген өткән ҡағыҙҙы көлгә әйләндерһәң, хәл үҙгәрә.
- Килен, ҡалай оҙаҡланың? Һине көтөп йөрәк ауыртып китте. Тамаҡлана һалайыҡ, - бейеменең йомшаҡ тауышы уны ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты.
- Ә?! Нимә тинең?
- Сәй эсеп алайыҡ, тим. Эҫе өйрә лә бар әҙерәк. Эшкә йөрөгән кеше һин аша. Һиңә көс кәрәк.
- Эйе, көс кәрәк. Эйе, эйе, - тип бәйләнешһеҙ генә һөйләнде йәш ҡатын.
Ошо көндән баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп йөрөгән Шәүрәне алыштырҙылармы ни?! Үҙ-үҙенә йомолдо, уйын-көлкөгә ҡушылманы, элеккеләй шаярып һөйләшмәне. Башын баҫып эшләне лә эшләне. Бейеменең күҙенә тура ҡарамаҫҡа тырышты, ҡайғылы хәбәрҙе йәшерҙе. Ятһа, күҙенә йоҡо инмәне. Шәһиҙулла менән йәшәп ҡалған барлы-юҡлы һигеҙ ай ғүмере күҙ алдынан китмәне. Иренең ипле тауышын, һаҡ ҡулдарын юҡһынды. Тыйнаҡ йылмайыуы төштәренә инде. Бер мәл шулай йоҡлай алмай бошаланып ятҡанда бейеме уның эргәһенә килде:
- Килен, йоҡламайһың, шикелле. Һөйләшәйек әле.
Шәүрә тороп ултырҙы.
- Барыһын да белеп, күреп йөрөйөм, килен. Әйт дөрөҫөн, Шәһиҙулла менән бер-бер хәл булдымы әллә? “Ҡара ҡағыҙы” килдеме?
- Эйе, мин уны яндырҙым.
Үкһеп иланы ла ебәрҙе килен кеше.
- Сабыр булайыҡ, килен, - тине бейеме һаҡ ҡына уның яурынына ҡағылып һәм ҡарлыҡҡан тауыш менән дауам итте, - миңә икеләтә ауыр, өсөнсө көн ҡайныңдың да “ҡара ҡағыҙы” килде.
Ниһайәт Еңеү яҙы килде! Шатлыҡлы хәбәрҙе Шәүрә яланда ишетте. Берәм-берәм еңеүселәр ҡайтты... Уйҙары ошо урынға еткәс, әбей теремекләнеп тороп ултырҙы. Уйҙар, уйҙар, уйлаһаң уйылып китерлек... Мейене әсеттерә, йөрәкте һыҙлата, күңелде берсә балҡыта, берсә һыҡрандыра был уй-хәтирәләр...
Мөхәммәт ҡәйнешенең ҡайтыуы әсә менән килен өсөн оло байрам булды. “Үлергә киткән апайым байып ҡайтып килә” тигәндәй, һуғышҡа киткәндә ҡаҡса ғына егет бәһлеүәнгә әйләнгән дә ҡуйған! Шәүрә ҡәйнешен күргәс, ҡойолдо ла төштө, бөтә булмышын ниндәйҙер ялҡын ялмап алдымы ни?!
- Шәпме, еңгә!
Яңғырауыҡлы тауыштан хатта тәҙрәләр зыңлап китте.
- Уй, ҡәйнеш ҡайтҡан да баһа! Бейем, бейем, тием, Мөхәммәт ҡәйнеш ҡайтты!
Бәләкәй генә өй эсе шатлыҡ менән тулды ла ҡуйҙы. Әсә кеше улының алдына ни алып, ни ҡуйырға белмәне. Ә Шәүрә ҡәйнешенән күҙҙәрен ала алманы. Ул үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр үлеп ғашиҡ булды. Ятһа ла, торһа ла уйында бары ул ғына – Мөхәммәт кенә ине. Ерҙән гүйә атлап түгел, осоп йөрөнө. Йөҙөнә шатлыҡ осҡондары ҡунды. Күҙҙәренә серле нурҙар ҡайтты. Иртәгәһе көнгә ышаныс артты. Сәми менән булған ваҡиғанан һуң яҡлаусы кешеһе булыуына төшөндө. Хәл былай булды. Сәми һуғыштан яраланып ҡайтты. Электән үк кешенән үҙен бер башҡа өҫтөн ҡуйған ир бигерәк шашты. “Беҙ - еңеүселәр”, “Дәдәң - еңеүсе”, “Мин – еңеүсе, понял?” тип күптәрҙең теңкәһенә тейҙе. Бригадир булып алғас, атҡа менеп, ауыл буйлап сабып йөрөнө. Тегенеһенә, быныһына бәйләнде. Күптәрҙе екһендергән ошо бәндә бер көн килеп Шәүрәне аптырата башланы. Уның “Үлгән артынан үлеп булмай, минең менән не пропадешь!”, “Мин һеҙҙең өсөн ҡан ҡойҙом” тигән һүҙҙәренән йәш ҡатындың ҡолағы тондо. Был ирҙән ҡурҡа, шикләнә ине, бер көн хатта баҫмаҡлап өйҙәренә килеп инде. Әл дә ҡәйнеше өйҙә ине. Ҡобараһы осоп килеп ингән еңгәһен күреү менән эштең ниҙә икәнен аңлап алды һәм Сәмигә ҡаршы атланы. Был ваҡиғанан һуң өйҙә ошондай һөйләшеү булды:
- Улым, мәңге яңғыҙ йөрөмәҫһең, өйләнерһең. Һүҙемде тыңлаһаң, бер кәңәшем бар. Еңгәң етем бит. Ни ағайыңдан балаға уҙманы. Уйлап ҡараһаң, ер менән күк араһында кеүек. Үҙенә ныҡ өйрәндем, сит кешегә ебәрге килмәй. Әллә тәүәккәлләйһеңме, тим. Уйла, улым, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ, тигәндәй.
Әсә һүҙен йыҡманы Мөхәммәт – еңгәһенә өйләнде. Шәүрә иһә күңелендәге мөлдөрәмә наҙҙарын сайпылтмай-түкмәй ҡәйнешенә бүләк итте. Уның өсөн бынан да олораҡ бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел ине. Күктең етенсе ҡатында йөҙҙө, шатлыҡҡа, бәхеткә, һөйөүгә сорналды. Әммә бәхет кенәһе ҡыҫҡа ғүмерле булды...
Иртә уңмаған – кис уңмаҫ, кис уңмаған – һис уңмаҫ, тиҙәр был осраҡта. Етем баланың ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ҡанай, тип тә әйткән боронғолар. Бәхете бер йылға ғына етте.
Бесән мәле ине. Бөтә йәш-елкенсәк бесәндә. Мөхәммәт йөҙөк ҡашымы ни! Бисәле булыуына ҡарамай, ҡыҙ-ҡырҡын уға күҙ ата, өмөт тулы күҙҙәрен осҡонландырып ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Шулар араһында иң шуғы, иң шаяны – Сафия. Йырлап та ебәрә, көлөүе – шишмә сылтырауы, тештәре – ынйы, ҡаштары – ҡарлуғас ҡанаты, ирендәре – бешкән сейә! Мөхәммәттең күңеле ирекһеҙҙән уға тартыла, ҡараштары осрашһа – йөрәге дәрткә тулыша. Сафия хаҡында уйламаҫҡа тырыша, әммә ҡыҙҙың һыны күҙ алдынан китмәй. Ике ут араһында ҡалды йәш ир, йоҡонан, ашауҙан яҙҙы. “Еңгәмә аңлатһам - аңлар”, - тип тәүәккәлләргә булды.
Шәүрә сабыр ғына уны тыңлап бөттө. Унан ҡапыл ғына урынынан ҡупты ла сығып йүгерҙе. Уны туҡтатыусы кеше булманы. Әсәһе Мөхәммәтте аңларға теләмәне.
- Әсәй, - тине ир, - һеҙҙе ярҙамымдан ташламам. Еңгәм һинең менән йәшәр. Сафияһыҙ йәшәй алмайым.
Урғылған янартауҙы, таш араһынан бәреп сыҡҡан шишмәне быуып тотоп буламы һуң?! Мөхәммәт менән Сафияның мөхәббәте ҡайнар янартау, урғылған шишмә ине. Улар өйләнеште.
Мөхәммәт әсәһе менән бәләкәй генә өйҙә йәшәгән Сафия янына күсте. Шәүрә иһә яҙмышына күнде. Беренсе ҡар төшкән көндө ҡыҙы донъяға килде. Балаһын бауырына баҫты. Бер көн шулай күрше-тирә һөйләшеп, бәпес күрергә инде. Шатлығы эсенә һыймаған бейеме булған ризыҡ-ниғмәттәрен табынға теҙҙе, күршеләрен ултырырға әйҙәне. Ғызырлап торған әсе бал да өҫтәлгә ҡунаҡланы. Теләктәрҙең изгеләре әйтелде. Һүҙҙән һүҙ сыҡты. Шунда еңгә тейешле берәүһе: “Эй, бешмәгән, Мөхәммәтте тәкей Сафияға биреп ҡуйҙың бит”, - тип ысҡындырҙы. Шәүрәнең күңеле тулды, кемгәлер асыуы килде. Һылтау табып ишек алдына сыҡты. Аяҡтары үҙенән-үҙе Сафиялар яғына тартты. Әллә әсе бал башына сыҡтымы, әллә сәмләндеме – ошо уҡ минутта Мөхәммәтте күргеһе килде. Өйҙәрендә ут юҡ ине. Ҡатын ишек алдына үтте, шунда мунса тәҙрәһендә мызлаған утты күреп ҡалды...
Мунса ишеге еңел асылды. Эстәгеләр баҙап ҡалды. Шәүрә өҫтөндәге кейемдәрен һалып ырғытты ла: “Һиңә ир булһа, миңә лә ир!” – тине. Үҙ тауышын үҙе таныманы. Эҫе һалып сабынды – сабынды ла, бер күнәк һалҡын һыуҙы башы аша ҡойоп ебәрҙе, ашыҡ-бошоҡ кейенеп, нисек килеп инһә, шулай сыҡты ла йүгерҙе.
Өйҙәгеләр бер ни һорашманы. Шул көндән төңөлдө Мөхәммәттән, һөйөү-көйөүҙәрен йөрәк төпкөлөнә йәшерҙе. Асыу тотманы, кенә ҡыуманы. Ҡыҙын кеше итте аҡыллы әсә. Бейемен һуңғы минутынаса ҡәҙерләп ҡараны, тәрбиәләп оҙатты.
Уйланып ята торғас, Шәүрә әбей йоҡомһораны. Шул арала төшөндә Мөхәммәтте күрҙе. Йәш сағы икән. Мөһабәт кәүҙәһе менән ишекте ҡаплап тора. Шәүрәне ҡыҫып ҡосаҡлап алды. “Мөхәммәт!” тигән ыңғайға әбей уянып китте. “Мине алырға килгән икән” тигән уй үтте башынан. Йөрәген әсеттереп бер тулҡын үтте. Һуңғы тулҡын, һуңғы һулыш...
Хеҙмәте, сыҙамлылығы, өмөтө менән Еңеүҙе яҡынайтҡан ябай тыл һалдаты өнһөҙ генә мәңгелеккә күсте.
Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.
Мораҡ ауылы.