Мораҡ ауылының 1-се мәктәбенең 8 класында класс етәксеһе А.М. Бикбаева етәкселегендә Батырлыҡ дәресе үткән. Унда 2014 йылда мәктәпте тамамлаған, Палыч позывнойлы махсус хәрби операция хәрби хеҙмәткәре ҡатнашҡан.
Палыч балаларға үҙе идара иткән хәрби машина, шулай уҡ ысын ир-егеттең һәм тоғро дуҫының сифаттары тураһында һөйләгән. Осрашыу барышында ул уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап биргән, йәнле һәм ихлас диалог алып барған.
Уҡыусылар «Палыч» ҡа йыйылған гуманитар ярҙамды тапшырған: «көмөш» ирекмәндәр әҙерләгән үлән сәйе, А.Ю. Лысованан һәм В. С. Сорокиндан 6 литр бал, шулай уҡ И. Н. Трофимова эшләгән блиндаж шәмдәре.
Осрашыу балаларҙа тәрән тәьҫорат ҡалдырған һәм еңеү мотлаҡ беҙҙең ҡулыбыҙҙа буласағына ышанысты нығытҡан!