Ҡарағалпаҡ Республикаһының Талды-Ҡурған өлкәһендә донъяға килһә лә, Луиза Ришат ҡыҙының төп нәҫел тамырҙары Көйөргәҙе районының Абдулла ауылына барып тоташа. Миллионлаған кешенең яҙмышын аҫтын-өҫкә килтергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң уның ата-әсәһе Рәйсә Хисам ҡыҙы менән Ришат Зәки улы Аҙнабаевтарҙы наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн Урта Азияға эшкә ебәрәләр. Бында уларҙың 6 балаһы донъяға килә (оло үкенескә күрә, 6-сы класта уҡып йөрөгән иң ҙур улдары фажиғәле вафат була).
Эшкә бар күңелен һалған, яратҡан эштәрендә йөҙөп йөрөп эшләгән Аҙнабаевтар халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙана, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн икеһе лә “Үзбәкстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Һөнәр алыр ваҡыт еткәс, Луиза Ришат ҡыҙы Мәскәү ҡалаһының И. Сеченов исемендәге беренсе дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Баш ҡалала дәртләнеп уҡып китһә лә, уны ата-әсәһенең тыуған яғы тарта һәм икенсе курста Башҡортостан дәүләт медицина институтына күсә.
Әйткәндәй, уның медицина юлын һайлауы бер ҙә юҡтан ғына килеп сыҡмай, атаһы яҡлап туғандары - халыҡ һаулығы һағында торған кешеләр. Ҡартатаһы Зәки Ғарифулла улы 1914 йылда уҡ Мәскәүҙә юғары медицина уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡан . Уға күренер өсөн көньяҡ райондарҙан да, Ырымбур өлкәһенән дә күпләп йөрөгәндәр. Туғандары араһында йәнә бер сағыу вәкил - атаҡлы ғалим-офтальмолог, БР Фәндәр академияһы академигы, РСФСР‑ҙың һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев.
Буласаҡ тормош иптәше – Әҙеһәмов Риф Бикмөхәмәт улы менән Луиза Риф ҡыҙы Башҡортостанға - ҡартаһы-ҡәрсәһе янына йәйге каникулға ҡайтҡан саҡта таныша. Егет артабан уға хат яҙа, тик йәнә бер нисә йылға юлдары аймылыш була. Әммә улар күктәр тарафынан бер-береһенә тәғәйенләнгән насип йәр булғандыр – йәшләй генә йөрәгенә инеп урын алған һылыуҡайҙы һис онотмай егет. Баш ҡалала башҡорт интернат-мәктәбен тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник институтының төҙөлөш факультетында уҡып йөрөгән еренән үҙе теләп армияға китеп, унан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, медицина институтында уҡып йөрөгән класташтарын күрергә килә. Осраҡлы рәүештә генә ишек аша ҡыҙҙың тауышын ишетеп танып, уны күрер өсөн атылып бүлмәгә килеп инә ул.
Бер-береһенән тыш киләсәк тормоштарын күҙ алдына ла килтерә алмаған йәштәр 1975 йылда ғаилә ҡора. Йәнә бер йылдан бәхеттәрен ишәйтеп, тәүге һөйөү емештәре – Айгөл тыуа. Ошо йылды ҡулына диплом алған Луиза Ришат ҡыҙын институтта алллергология кафедраһында эшкә ҡалырға өгөтләйҙәр, әммә ул нефть техник институтының һуңғы курсында белем алған ире тыныс күңел менән уҡып бөтһөн өсөн ҡыҙын алып, Күмертау ҡалаһына терапевт булып ҡайта, ҡала дауаханаһында интернатура үтә. Ғаилә башлығы ла уҡыуын тамамлағас, “Күмертау төҙөлөш” тресында хеҙмәт юлын башлай.
Йәш саҡ – дәртле саҡ, үҙҙәренең яратҡан эштәрендә йөҙөп йөрөп эшләй йәштәр, үҙҙәренең хеҙмәтенә намыҫлы ҡарауҙары менән хеҙмәттәштәре араһында абруй яулайҙар, хөрмәт ҡаҙаналар. Ғаилә лә ишәйә – Гөлназ, Альбина исемле ҡыҙҙары, улдары Булат донъяға килә.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары илдә ҙур төҙөлөштәр барған, халыҡтың күтәренке рух менән йәшәгән осоро булараҡ билдәле. Нәҡ шул йылдарҙа Йомағужала һыуһаҡлағыс төҙөлә башлай. Бөтә Союз кимәлендәге ҙур төҙөлөшкә илебеҙҙең төрлө яҡтарынан халыҡ ағыла. Үҙ эшендә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплаған Риф ағайҙы ла баш инженер, механизацияланған күсмә колонна (ПМК) начальнигы итеп тәүге төҙөлөшкә эшкә ебәрәләр. 1985 йылдың 10 июлендә иһә ул Йомағужа һыу һаҡлағысында производство-техник етәксе вазифаһына тәғәйенләнә.
“Энә ҡайҙа – еп шунда” тиҙәр бит, Луиза апай ҙа яратҡан эшен, яйға һалынған донъяларын, өс бүлмәле фатирҙарын ҡалдырып, дүрт бала менән ире янына килеп урынлаша. Кесе ҡыҙҙары Алина инде яңы ерҙә – Йомағужала тыуа.
“Елкә булһа, ҡамыт табылыр”, - тигән күпте күргән ата-бабаларыбыҙ: үҙ эшен биш бармағындай яҡшы белгән табипты ҡуш ҡуллап урындағы дауаханаға эшкә алалар. Терапевт булараҡ ПМК-ла эшләүсе 7 меңләп кешенең һаулығы өсөн яуап бирә ул.
Болғанышлы 90-сы йылдарҙағы ваҡиғалар Йомағужаны ла урап уҙмай, ҙур төҙөлөш бер туҡтала, бер ҡабат башлана, халыҡ эшһеҙ интегә... Ғаилә башлығы ла артабан эшен баш ҡалала дауам итергә мәжбүр була. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итергә тура килмәй уға: төҙөлөштә баш инженер, проект бүлегендә етәксе, 2008-2010 йылдарҙа Болгарияла инвестор вәкиле – бер эштә лә юғалып ҡалмай. Күмертауҙа бер тиҫтә, аҙаҡ Йомағужала йәнә ун йыл терапевт булып хеҙмәт иткән Луиза Ришат ҡыҙы ла юғары уҡыу йортонда һәм 1-се республика гимназияһында уҡыусы балалары, ире артынан баш ҡалаға юллана. Мотлаҡ медицина страховкалау фондында баш белгес – табип-эксперт булып эшләү дәүерендә лә яҡташыбыҙ үҙен бар яҡлап белемле, кешеләргә иғтибарлы, ихтирамлы хеҙмәткәр итеп таныта.
Тормош шулай ҡоролған: яҙмыш елдәре кешене үҙенсә йөрөтә, үҙенсә борғолай. Әҙеһәмовтарҙың 2006 йылда Йомағужаға ҡабат ҡайтыуҙары, оло үкенескә күрә, күңелһеҙ хәл менән бәйле... Мәктәпте тик биш билдәләренә генә тамамлап, юғары уҡыу йортоноң беренсе курсында уҡып йөрөгән Алиналарының фажиғәле вафат булыуы Луиза апайҙың ҡанаттарын һындырғандай була. Шулай ҙа көслө рухлы ата менән әсә үҙҙәрендә артабан йәшәр өсөн көс таба... Мәңге уңалмаҫ яраны йөрәк төпкөлөнә йәшереп, баш баҫып эшкә бирелә улар.
2014 йылға тиклем Йомағужа участка дауаханаһында терапевт булып эшләй Луиза Ришат ҡыҙы, унан ярты йыл самаһы психоневрология интернатында етәксе вазифаһын атҡара. Халыҡ һаулығы һағында тороу уның һөнәре генә түгел, ә бар булмышы тип әйтһәк, тамсы ла яңылышмабыҙ: ул бөгөнгө көндә лә халыҡҡа хеҙмәт итә һәм Йомағужа медицина үҙәгендә терапевт булып эшләй. Йәшләй генә үҙе һайлаған һөнәрҙең бар нескәлектәрен энәһенән ебенә тиклем белеүенә ҡарамаҫтан, һөнәри яҡтан камиллашыуҙан һис тә туҡтамай ул. Даими рәүештә курстар үтә, кеше һаулығын нығытыуға ҡағылышлы яңы алымдарҙы өйрәнә. 2000 йылдан алып эшендә гомеопатия элементтары менән рефлексогирудотерапия алымдарын ҡуллана, ул - медицина фәндәре докторы, Санкт-Петербург гирудологтар ассоциацияһы президенты А. И. Крашенюктың уҡыусыһы.
Луиза Ришат ҡыҙы сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн индивидуаль дауалау программаларын төҙөү менән дә шөғөлләнә. Ғөмүмән, ярты быуатҡа яҡын халыҡ һаулығы һағында торған аҡ халатлының эшмәкәрлеге киң ҡырлы: пациенттарҙың матдәләр алмашыныуы боҙолоуын тергеҙеү, эндокрин һәм бәүел-енес системаһы патологияһын дауалау, төрлө сирҙәргә тарығандарҙың туҡланыу программаларын коррекциялау, сирҙәрҙең сәбәптәрен һәм организмдың индивидуаль реакцияларын асыҡлау һ.б.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Әҙеһәмовтарҙың ул-ҡыҙҙары ата-әсәһенең, ата-бабаларының юлын дауам иткән. Булат Риф улы атаһы һымаҡ нефть техник университетын тамамлап, төҙөлөш тармағын һайлаған. Бөгөнгө көндә ул – 424-се төҙөлөш-монтаж идаралығы директоры, улар төҙөгән йорттар баш ҡаланы йәмләй. Тормош иптәше менән ике ул үҫтерә.
Айгөл Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған, медицина фәндәре кандидаты, хирург-онколог, отставкалағы подполковник, күп йылдар Түбәнге Новгород өлкәһе буйынса хәрби-табип комиссияһы начальнигы булып эшләгән, әлеге көндә Мораҡ үҙәк район дауаханаһында хирург. Бер ҡыҙ үҫтерә.
Өс бала әсәһе булған Гөлназ да апаһы менән әсәһе эҙенән киткән, Өфөлә йәшәй, ул – танылған эндокринолог, гинеколог, УЗИ табибы.
Альбина иһә олатаһы, өләсәһе эшен дауам итергә теләгән. БДУ-ның математика факультетын тамамлаған, психология буйынса ла белем алған, бөгөнгө көндә Ҡазанда йәшәй, ике ҡыҙы бар. Ул - айтишник, программист.
Үҙ эштәренә мөкиббән киткән булһалар ҙа, үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнамай Луиза апай менән Риф ағай, гөрләтеп донъя көтөп, мал аҫрап, баҡса үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр менән мәж килеп, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйҙәр. Тик яҙмыш аяуһыҙ, бынан 3 йыл элек ғаилә башлығы ҡапыл вафат була. Был ҡара ҡайғыны Луиза апай балалары менән бергә күтәрә, ауыр саҡта ейән-ейәнсәрҙәренә бауыр баҫа, эшенә күңелен һалып,төрлө уйҙарынан арынырға тырыша.
- Яратҡан эшем, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән бәхетлемен.
Кешеләргә иһә шуны әйтер инем: һәр кем үҙ һаулығына иғтибарлы булырға тейеш. Һау-сәләмәт булыу өсөн бөтә нәмә лә – хәрәкәт тә, дөрөҫ туҡланыу ҙа, хатта күңелеңдең ниндәй уйҙар менән тулы булыуы ла мөһим, - ти яҡты булмышы, кешеләргә иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән абруй яулаған әңгәмәсебеҙ.
Ярты быуатҡа яҡын кешеләр һаулығында торған һәм һаман да шул юлын дауам иткән Луиза Ришат ҡыҙының үҙенә лә Хоҙай ныҡлы һаулыҡ бирһен!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.
.