— Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн донъяуи эштәрҙе ҡалдырып тороу. Һәм, ваҡыт булмаған саҡта ла, бар эштәрҙе ҡалдырып, Уның саҡырыуын ҡабул итеп, янына ашығыу. Ҡөрьәндә әйтелә: «Эй, иман килтергән кешеләр! Йома Аллаһты иҫкә алыу өсөн намаҙға ашығығыҙ! Сауҙа итеүҙе туҡтатып тороғоҙ»
📖 «Йома» сүрәһенән
Һәм саҙаҡа бирегеҙ, сөнки йома көнөндә бирелгән хәйер — Аллаһ Тәғәләнең ризалығына илтеүсе изге ғәмәл.
✨Саҙаҡа биреү мал-мөлкәтте ишәйтә, ризыҡты арттыра.
✨Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, тиелә бер хәҙистә. Йәғни саҙаҡа ‒ сирҙән дауа.
✨Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе