

Йылдың үҙенсәлектәре: әүҙем ғәмәлдәр һәм ҡыйыу ҡарарҙар, ҙур мөмкинлектәр осоро. Ижад һәм амбициялар атмосфераһы хөкөм һөрөр. Бойондороҡһоҙлоҡҡа һәм азатлыҡҡа ынтылыш көсәйер.
Һөнәри өлкәлә инициатива күрһәтергә әҙер булғандар өсөн бик яҡшы мөмкинлектәр тыуыр. Матди яҡтан көтөлмәгән сығымдар булыуы ихтимал, ашығыс ҡарарҙарҙан ҡасырға кәрәк. Мөхәббәт өлкәһендә сағыу хистәр һәм яңы танышыуҙар ваҡыты.
Шәхси үҫеш: маҡсатлы һәм төплө аҡыллы кешеләргә үҙ потенциалын асыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булыр.
Мөһим тәҡдимдәр: яуаплылыҡтан ҡурҡырға ярамай.
Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә ашығыуҙан һаҡланыу мөһим. Алдан планлаштырғанда эштәр яҡшыраҡ барасаҡ, сөнки ат импровизацияны яратмай.
Яҙмыш ихлас, уйлап эш итә торған һәм тәүәккәл кешеләр яғында буласаҡ. Был йыл агрессиялы, хәйләкәр һәм баш аша йөрөгән кешеләр өсөн түгел, сөнки йыл ҡурсалаусыһының көсө - асыҡ ғәмәлдәрҙә һәм намыҫлы көнәркәшлектә. Йылҡы йылы үҙ ниәттәрен һәм маҡсаттарын белдерергә ҡурҡмайынса, туранан-тура эш итеүселәргә уңыш алып килер.
Сысҡан (1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020)
Һынау һәм өйрәнелгән мөхиттән сығыу ваҡыты. Ат намыҫлылыҡ һәм әүҙемлек талап итә, шуға күрә элекке ғәҙәттәрҙе ҡайтанан ҡарап сығырға тура килер. Үҙгәрештәр киҫкен булып күренергә мөмкин, әммә тап улар күптән көтөлгән алға китешкә, уңышҡа килтерер. Үҙегеҙҙе артҡа һөйрәгән бөтә нәмәнән ҡотолоп, ышаныслы эш итегеҙ, интуицияғыҙға ышанығыҙ һәм йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ.
Һыйыр (үгеҙ) (1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009, 2021)
Яңы проекттар башлау һәм килемде арттырыу өсөн бик яҡшы ваҡыт. Уйланылған аҙымдар тотороҡлолоҡ килтерер, ә уйланылмаған ҡарарҙар һабаҡ бирер.
Мөнәсәбәттәрҙә йылылыҡ һәм ышаныс барлыҡҡа килер.
Йыл кәңәше: һығылмалы булығыҙ, элекке дәғүәләрегеҙҙе онотоғоҙ һәм эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.
Барыҫ (юлбарыҫ) (1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010, 2022)
Ат йоғонтоло ҡурсалаусылар табырға, лидерлыҡ позицияһын биләргә ярҙам итер. Шуға күрә йыл сағыу еңеүҙәр, дәрт һәм илһам ваҡыты булыр. Ат уйларға түгел, ә әүҙем эшләргә этәрер. Үҙ сиратын оҙаҡ көткән проекттар, ниһайәт, тормошҡа ашырыу мөмкинлеге аласаҡ. Бер маҡсатҡа иғтибарҙы туплау, йыл энергияһын шәхси үҫеш һәм ҡыйыу аҙымдар өсөн файҙаланыу яҡшы.
Ҡуян (1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011)
2026 йыл ныҡышмалы рәүештә ҡуянды күләгәнән сығырға этәрер. Донъяға үҙ һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә һәм потенциалығыҙҙың ни тиклем бай булыуын белергә ваҡыт етте. Был йыл ҡыҙыҡлы финанс тәҡдимдәренә һәм килемде арттыра алған проекттарға бай булыр. Ваҡ, әммә дөрөҫ аҙымдар тотороҡло һөҙөмтә бирер. Үҙегеҙҙең хистәрегеҙҙе белдерергә ҡурҡмағыҙ.
Лыу (аждаһа) (1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012)
Йыл Аждаһаның ижади ынтылыштарын әүҙемләштерер, яңы офоҡтарға ынтылыш килтерер. Ижад, лидерлыҡ йәки ҙур проекттар менән бәйле эштәрҙә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Яңы кимәлгә сығыу теләге яңы килем сығанаҡтарына, отошло контракттарға килтерер. Тәүәккәл эш итегеҙ, әммә эргәгеҙҙәгеләрҙе тыңлағыҙ.
Йылан (1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013)
Аҡыллы Йылан менән энергиялы ат бер-береһен тулыландыра ла, ауырлыҡтар тыуҙыра ла ала. Йыл һеҙҙе ғәҙәти “ҡабыҡтан” сығырға һәм әүҙемерәк булырға мәжбүр итер. Ваҡиғалар ағышын ситтән генә күҙәтеү һәм көтөү мөмкин булған хәлдәр кәмей. Әүҙем эш итеү ваҡыты етте. Тәүәккәл булығыҙ һәм артыҡ арығанлыҡтан ҡотолоу өсөн көн режимын күҙәтегеҙ.
Йылҡы (1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014)
Был - һеҙҙең йыл! Шуға күрә күтәрелеүҙәргә, асыштарға һәм үҙгәрештәргә әҙерләнегеҙ - тормош һеҙҙең алда бөтә мөмкинлектәр өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Ҙур проекттар, отошло килешеүҙәр көтә. Өҫтөнлөктәрҙе билдәләгеҙ, үҙ көсөгөҙҙө ваҡ-төйәк нәмәләргә сарыф итмәгеҙ. Шәхси мөмкинлектәрегеҙҙе объектив баһалау ниәтләгәнде тормошҡа ашырырға ярҙам итер.
Ҡуй (1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015)
Йыл күп эштә еңеллек, илһам бүләк итер. Тимәк, һеҙҙе матурлыҡ, гармония, тәүәккәл ғәмәлдәр тулы йыл көтә. Донъяны күңеллерәк, уңайлыраҡ һәм сағыуыраҡ итеү теләге алға этәрер. Аҡыл менән эшләнгән финанс инвестициялары шатлыҡ, тотороҡлолоҡ килтерер. Үҙегеҙҙе матурлыҡ һәм гармония менән уратып алығыҙ, һәр нәмәгә тыныс ҡарағыҙ.
Маймыл (1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016)
Ат менән маймыл тормошҡа төрлөсә ҡарашта. Йыл хужаһы үҙгәрештәрҙе тиҙләтә һәм башҡаса фекерләргә мәжбүр итә ала. Йыл тәртип талап итә. Иғтибарҙы туплау, ашығыс ҡарарҙарҙан баш тартыу һөнәри үҫешкә яҡшы нигеҙ булып тора. Йыл кәңәше: эштәрҙе планлаштырығыҙ, яуаплылыҡтан ҡурҡмағыҙ һәм стандарт булмаған алымдар ҡулланығыҙ.
Әтәс (тауыҡ) (1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017)
Йыл хужаһы әтәстәргә амбицияларын һәм маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн матур шарттар булдырыр. Йыл үҙеңде, идеяларыңды, һәләттәреңде күрһәтеү өсөн яҡшы. Инициатива күрһәтегеҙ һәм алға ынтылығыҙ. Әүҙем позиция, ойоштороу һәләте, ижади ҡараш финанстарҙы яңы кимәлгә күтәрер. Йыл кәңәше: стратегик ҡарарҙар һайлағыҙ һәм ышаныслы эш итегеҙ.
Эт (1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018)
Ат эттәргә тотороҡлолоҡ бирер, абруйын күтәрер. Шуға күрә һеҙҙе эске тыныслыҡ, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу һәм гармония йылы көтә. Эш ҡайһы саҡ яйыраҡ барһа ла, тотороҡло үҫеште тәьмин итәсәк. Йыл кәңәше: ярҙамды ҡабул итегеҙ, яҡындарығыҙға ышанығыҙ һәм үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмағыҙ.
Ҡабан (1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019)
Әүҙем, дәртле ат тыныс һәм төплө тәбиғәтле ҡабанға көс-ҡеүәт өҫтәр, йылы ояһында тыныс ҡына ятырға юл ҡуймаҫ. Һөнәри яҡтан камиллашыу, яңы белем үҙләштереү үҫеште һәм килемде арттырыр.
Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, 2006 йыл - хәрәкәт, көс һәм намыҫ йылы, ҡыйыу эш итергә мөмкинлек бирер. Үҙгәрештәргә ынтылыусылар өсөн яҡшы осор.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әҙерләне.