Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар , 07:52

Ярҙам итер

Бармағығыҙҙы ҡырҡып та, ҡул аҫтығыҙҙа уны эшкәртә торған бер нәмә лә булмаһа, ҡанды туҡтатыу өсөн яраға шәкәр ҡомо һалығыҙ. Ҡан яранан ағыуынан туҡтар.

👉 Ремонттан һуң майлы буяҡ (краска) еҫе
бөтһөн өсөн бер нисә урынға тәрилкәгә һалып тоҙ ултыртығыҙ.

👉 Автомобиль тәҙрәһе тирләмәһен өсөн дымлы тоҙға уралған марля менән һөртөгөҙ.

👉 Йәшелсә бешкән һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Һыуынғас уны гөлгә ҡойоғоҙ.

👉 Плитәгеҙ тутыҡҡан булһа, өҫтөн эҫетелгән үҫемлек майы менән ышҡығыҙ.

👉 Яңы ашъяулыҡ һатып алғас, өҫтөн уксус һәм һөт (1:1) иҙмәһе менән һөртөп алығыҙ. Үҙенән-үҙе ярылып ятмаҫ.

👉 Аш-һыу бүлмәһендә ауыр еҫ торһа,
кипкән әфлисун йә лимон ҡабығын яндырығыҙ.

👉 Ванна һәм раковинала барлыҡҡа килгән тутты водород перикисе менән нашатыр спирты иҙмәһе йә тоҙ һалынған эҫе уксус менән ышҡып бөтөрөп була.

Автор:
Читайте нас