Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар , 03:00

Халҡым тиеп йән ата

 Ләлә апай Бейешева ғүмер буйы аң-белемгә тартылып, үҙе белгәндәрҙе башҡаларға таратып, яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәй. Беҙҙең район ҡыҙы ул! 

Халҡым тиеп йән атаХалҡым тиеп йән ата
Халҡым тиеп йән ата

Бар булмышы менән халҡым тип йән атҡан илһөйәр

 

 Әҙәм балаһына тыуған ергә булған һөйөү әсә һөтө менән ҡуша бирелә, тиҙәр. Нәҡ шуға ла кеше, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, кендек ҡаны тамған, тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан ерен онота алмайҙыр! Күңелендә ғәм булған, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да ҡулынан ҡәләмен ташламаған, йәмәғәт тормошонан ситләшмәгән Ләлә апай Бейешева ла тыуған ерен һәр саҡ күңел түрендә йөрөтә, яҡташтары яҙмышына һис тә битараф ҡала алмай. Туған халҡы, теле өсөн янып-көйөп йәшәй ул: башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы баҫмаларҙы даими уҡып бара, үҙенең мәҡәләләре менән “Башҡортостан”, “Мораҙым” һәм башҡа гәзиттәрҙең йөкмәткеһен байыта. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

 Йәмәғәт эшмәкәре, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының “Милләт әсәһе”, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдары эйәһе – быларҙың барыһы ла Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙының оҙайлы йылдарға һуҙылған хеҙмәт юлының, әүҙем эшмәкәрлегенең бер сағылышы.

 Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы Бейешева 1932 йылдың 2 ғинуарында беҙҙең Туйөмбәт ауылында тыуа. Ете йыллыҡ Мәҡсүт мәктәбен тамамлай.  “Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр” тигән әйтем дә нәҡ уға тап килә: уҡымышлылар нәҫеленән булған Ләлә апай ғүмер буйы аң-белемгә тартылып, үҙе белгәндәрҙе башҡаларға таратып, яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәй.

 Эйе, ябай, әммә уҡымышлылар нәҫеленән бөгөнгө геройыбыҙ. Ҡартатаһы Абдулла имам-хатип, уҙған быуат башында ауыл кешеләренә тәү башлап яңыса аң-белем таратҡан алдынғы мөғәллим була. Атаһы, Туйөмбәт ауылы уҙаманы Ғибаҙулла Абдулла улы Бейешев та үҙ заманының алдынғы ҡарашлы, белемле кешеһе һанала, тура һүҙле, талапсан, көслө ихтыярлы педагог бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Әсәһе Миңлебикә боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара, балаларына милли моңдарҙың аһәңен һеңдереп үҫтерә.

 Атаһының бер туған һеңлеләре лә Ләлә апайҙың шәхес булараҡ формалашыуына йоғонто яһағандыр, тип әйтһәк, хата булмаҫ: халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре аша тел байлығын арттырһа, Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1950-1954 йылдарҙа СССР-ҙың юғары Советы депутаты Хәлимә Ҡорбанаева уның уҡытыусылыҡ юлынан китергә тигән ынтылышын көсәйткәндер...

 Нәҫел тураһында һүҙ алып барғанда, уның бер туған ағалары хаҡында ла телгә алмау мөмкин түгел... Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев – күренекле телсе-ғалим, тәржемәсе, яҙыусы, үткер политолог. Ул үҙенең “Төрки телдәренең беренсел оҙон һуҙынҡылары” монографияһы, “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”, “Тел хикмәттәре”, “Милләт һәм милли сәйәсәт”, “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше” китаптары аша телгә һәм милләткә мәңгелек һәйкәл ҡоя... Икенсе ағаһы Фуат Бейешев - барлыҡ ғүмерен матбуғатҡа арнаған журналист, публицист, сценарист, “Тормош ярсыҡтары” тарихи повесы авторы. Ләлә апайҙың ҡустыһы Әсғәт – техник фәндәр кандидаты, нефть сәнәғәте буйынса 80-ләп монография яҙа, дүрт ҡиммәтле ғилми асыш авторы була.

 1933 йылда Өфө ҡалаһына күсеп килеп,  баш ҡалала милли мәғарифҡа юл ярған  Хәлимә апаһы һәм уның фекерҙәштәре тырышлығы арҡаһында асылған 9-сы мәктәп бөгөнгө көндә Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернаты тип атала. Мәҡсүт 7 йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Ләлә апайға 1947-1950 йылдарҙа нәҡ шул мәктәптә белем алыу бәхете тейә. Бәхет тейә тип әйтеү һис тә арттырыу түгел, республикабыҙҙы милли кадрҙар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән белем усағында уҡыған ваҡыттар яҡташыбыҙҙың яҙмышында яҡты эҙ ҡалдыра, уның киләсәгенә ҙур йоғонто яһай.

 Баш ҡалабыҙҙа Тимирязев исемендәге институтта уҡыған йылдары ла уның хәтерендә яҡты хәтирәләр генә ҡалдырған.  Һис тик тормаҫ ҡыҙ студент йылдарында уҡ ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, “Башҡортостан” нәшриәтенә рецензиялар яҙа һәм башҡортсаға тәржемәләр яһай. Студенттарҙың “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.

 Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙына кемдер һалған һуҡмаҡтан, тапалған юлдан барыу хас түгел, был уның институтты тамамлағандан һуң, 1954 йылда үҙ теләге менән Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районына эшкә китеүендә лә асыҡ сағыла. Ә бит мәктәп һәм студент сағында уҡ үҙен һәр яҡлап күрһәтеп өлгөргән ҡыҙҙың баш ҡалала эшкә ҡалыу мөмкинлеге ҙур була!  Әммә уны Башҡортостандан ситтә йәшәүсе, Ҡыштым фажиғәһенә тарыусы башҡорт балаларына туған телендә белем алырға ярҙам итеү теләге алға әйҙәй.

 “Ул яҡтағы халыҡтың һөйләшеү телен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, йыр-моңон отоп алыу, көнкүрешен өйрәнеү минең өсөн үҙе бер халыҡ университеты булды”, - ти 12 йыл ғүмерен Ҡоншаҡ башҡорттарына белем биреүгә арнаған геройыбыҙ.

 Был яҡтар уның күңелендә әле булһа тик яҡты хәтирәләр, онотолмаҫ тәьҫораттар булып йәшәй. Унда ул тормош иптәшен осрата, өс балаһы донъяға килә. Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, Ҡыштым фажиғәһендә (1957 йылдың 29 сентябрендә ябыҡ типтағы Силәбе – 40 ҡалаһының “Маяҡ” химия комбинатында техноген характерҙағы радиация аварияһы була) зыян күреүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур көс һала.   Ҡоншаҡтағы уҡыусыларын, аралашҡан кешеләрен һаман да исемләп, оло хөрмәт менән иҫкә ала Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы.

 1967 йылда ул, ниһайәт, тыуған районына әйләнеп ҡайтып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Мәскәү сит телдәр институтын тамамлай һәм Мәләүез районының Воскресенск ауылында немец теленән уҡыта.

80-се йылдар башында иһә Өфө ҡалаһына күсеү тураһындағы хыялын тормошҡа ашыра. Әлбиттә, баш ҡала уны ҡолас йәйеп ҡаршы алмай, әммә атаһына оҡшап тура һүҙле, хаҡлыҡты бар нәмәнән өҫтөн күргән Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙына байтаҡ ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын, ул хаҡлыҡ юлынан тайпылмай, намыҫына тап төшөрмәй, башҡалар мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй, ауырлыҡтарҙы намыҫлы хеҙмәте менән еңеп сыға. Умпо Завод ятағында оло тәрбиәсе, 3-сө төҙөлөш тресында методист булып эшләгән осорҙа эшселәрҙең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, уларҙың рухи-мәҙәни тормошон байытыу өсөн бик күп көс һала.

 Ҡартатаһы менән атаһының, апаларының юлын дауам итеп, 36 йыл ғүмерен мәғарифҡа, байтаҡ ғүмерен тәрбиә өлкәһенә бағышлаған Ләлә апай һәр ваҡыт йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. ... 2001 йылдан республикабыҙҙың “Аҡтирмә” милли-мәҙәни үҙәген етәкләй, уның уставын яҙып, Юстиция министрлығында теркәтә. Ул йылдарҙа “Аҡтирмә” бик әүҙем эшләй, был ойошмаға бергә тупланған рухлы милләттәштәребеҙ, башҡорт зыялылары телебеҙҙе һаҡлау, халҡыбыҙҙы берләштереү юҫығында байтаҡ эштәр башҡара:  арҙаҡлы, билдәле шәхестәр, Хөкүмәт етәкселәре, белгестәр менән осрашыу; башҡорт халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе, әҙәбиәтен, ауыҙ-тел ижадын үҫтереүҙе үҙ эсенә алған мәҙәни сараларҙы ойоштороу; сәйәсәткә һәм милләткә ҡағылышлы мәсьәләләргә ҡағылышлы ултырыштар уҙғарыу, унда тыуған эшлекле тәҡдимдәрҙе хөкүмәткә еткереү; тарихи башҡорт ерҙәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең үҙаңын уятыуға булышлыҡ итеү, Харьковта, Ямал-Ненец автономиялы округында, Екатеринбургта, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Сосновка райондарында милли-мәҙәни үҙәктәр асырға ярҙам итеү; мәктәптәр һәм балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлек итеү; райондарға сығып, халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып, аралашыу, халыҡты борсоған һорауҙарға бергәләп яуап эҙләп, хәл итеү юлдарын табырға тырышыу һ.б.

  Өҫтә әйтеп үтеүебеҙсә, халыҡ Ләлә апайҙы ҡәләм оҫтаһы булараҡ та яҡшы белә. Уның тел, халыҡ яҙмышы, тарих, арҙаҡлы шәхестәр һәм башҡалар тураһындағы мәҡәләләре республика һәм беҙҙең район баҫмаларында даими донъя күрә. Яҙып ҡына ҡалмай ул, гәзит-журналдарҙы ентекле уҡый, тел сафлығы өсөн дә янып-көйә, уның гәзиттәрҙәге дөрөҫ яҙылмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләштәр, тәржемәләр тураһындағы иҫкәрмәләре  беҙҙең эшебеҙгә булышлыҡ итә. Яҡташыбыҙҙың әйткәндәрен беҙ шелтә тип түгел, ә ҙур ярҙам, телебеҙҙе байытыу, уның сафлығын һаҡлау тип ҡабул итәбеҙ!

 Туҡһанлы уҙған Ләлә апай бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ҡәҙерле әсәй ҙә, һөйөклө өләсәй-ҡәрсәй ҙә, ҡарт ҡәрсәй ҙә ул... Өс балаға – Арыҫланға, Рафаэль һәм Раузаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара. Оло үкенескә күрә, оло улы ҡыҫҡа ғүмерле була...

  Ейәндәре Илнур менән Артур, ейәнсәре Шәүрә, бүлә-бүләсәрҙәре Ирек, Әнүәр, Асель һәм Индира ла, килен-кейәүҙәре лә Ләлә апай өсөн өҙөлөп, ҡәҙер-хөрмәт итеп тора. Күпте күргән, күпте кисергән, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ аяғында, үҙ аҡылында, асыҡ зиһенле, яҡшы хәтерле булған әсәй, өләсәй, ҡәрсәй, ҡарт ҡәрсәй өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы һуң?!  

 Яҡташыбыҙҙы оло ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Нәсих Хәлисов фотоһы. 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас